Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
9 Август 2024, 06:43

Ватаныма хеҙмәт итәм!

Күңел тыуған яҡҡа тарта

Ватаныма хеҙмәт итәм!Ватаныма хеҙмәт итәм!
Ватаныма хеҙмәт итәм!

Икенсе дәрәжә «Хәрби фиҙаҡәрлек өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән «Султан» позывнойлы СВОла ҡатнашыусы ғаиләһендә сираттағы ялын уҙғара
— Беҙҙең командование hәр ваҡытта ла үҙ хәрбиҙәренә ҡуйылған хәрби бурыстарҙы намыҫлы үтәгән hәм дошман көстәре менән һуғыш һыҙығында локаль бәрелештәрҙе уңышлы уҙғарған өсөн төрлөсә бүләкләргә тырыша, — ти отпускка ҡайтҡан утыҙ һигеҙ йәшлек яугир. — Ул сағында мин рота командирынан бындай бүлeклeyҙе кесе ватаныма ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка алыштырыуҙы һорайым. Ул бер ваҡытта ла ҡаршы килмәй. Шулай итеп, мин инде өсөнсө тапҡыр тыуған Бишбүләк ауылына ялға ҡайттым. Дөрөҫөн әйтәм: күңелем мине яратҡан heм көткән өйөмә тарта. Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбен, унан һуң  Бишбүләк 149-сы һөнәри
училищеһын тамамлағандан һуң, машина йөрөтөүсе hәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен алғас, «Султан» позывнойлы һуғышсы Төньяҡта эшләй. Ә 2023 йылдың июнендә Башҡортостан хәрби комиссариаты аша СВО-ла ҡатнашыу өсөн бер йылға контракт төҙөй. Йәш һуғышсы курсын уға Һамар өлкәһенең Рощинск ҡалаһында үтергә тура килә. .
— 2023 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан Республикаһы контрактсыларынан ғына торған беҙҙең подразделение махсус хәрби операцияла хәрби бурысты үтәүгә кереште, — тип дауам итә отделение командиры. — Йылытылған блиндажларҙа йәшәйбеҙ, туҡланыу hәм хәрби тәьмин итеү яҡшы дәрәжәлә. Туғандарыбыҙ hәм яғындарыбыҙ менән даими рәүештә мобиль бәйләнеш аша һөйләшәбеҙ. Өйҙә минең ҡайтыуымды яратҡан ҡатыным Эльвира менән ҡыҙым Мәликә көтә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, hәм беҙ мәңгегә бергә буласаҡбыҙ.

Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.

Ватаныма хеҙмәт итәм!
Ватаныма хеҙмәт итәм!
Автор:
Читайте нас