Алып барыусы Андрей Малаховты Рөстәм Нәбиевтың әсе яҙмышы шул ҡәҙәр тетрәндергән, һәм ул уны йәнә Мәскәүгә саҡырған. Яҡташыбыҙҙың язмышы, ысындан да, аяныслы. Етем үҫкән егетте 2015 йылда армияға алалар. Ул Омскиҙағы Светлый поселогына хеҙмәт итәргә китә. 11 июлдә ант ҡабул итә, ә 12 июлдә ҡот осҡос фәжиғә - казарма ишелеп, Рөстәмде һәм уның иптәшләрен баҫа.
«Мин ете сәғәт буйына емеректәр аҫтында яттым, тере килеш табылған һуңғы кеше инем. Был ваҡыт эсендә аңымда инем, сигналдар бирҙем, ярҙам һорап ҡысҡырҙым, — тип һөйләй ул «Рәсәй 1» каналында «МАЛАХОВ» тапшырыуы эфирында.
Уны сығарып, ашығыс рәүештә реанимацияға алып китәләр, унда ул өс аҙна үткәрә. Дөйөм алған, терелеү 11 айга һуҙылған. Нәбиев дауаханаға эләккәс, ауырлығы 80 кило булған, ә сыҡҡас - 39 килограмм.
Нәбиев янында туғандары һәм яратҡан ҡыҙы Индира була, хәҙер инде уларҙың ике ҡыҙҙары бар. Рөстәм юғалып ҡалмай, күнегеүҙәр яһай башлай һәм бығаса күрелмәгән юғарылыҡҡа ирешә.
Хәҙер ул - социаль селтәрҙәрҙә 2 миллион яҙылыусыһы булған популяр блогер. Бынан тыш, ул мотивацион оратор ҙа, шулай уҡ Эльбрусты һәм башҡа бейеклектәрҙе ҡулдарында яулаған спортсы ла. Рөстәм ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы тип һанай, шуға күрә даими рәүештә дауаханаларға һәм госпиталдәргә бара, унда яугирҙәр менән аралаша.
"Йыш ҡына улар артабн нисек йәшәргә икәнлеге менән ҡыҙыҡһына. Хәҙер улар дауахала, унда барыһы ла үҙҙәре кеүек. Әммә ҙур донъяға сығыу менән ауырлыҡтар тыуа - барыһы ла йәлләй башлай. Мин әйтәм: эйе, һин хәҙер башҡа кеше, яҙмышыңдың бу битен ябырға һәм башҡа тормош менән йәшәй башларға кәрәк. Инвалидтарға бөгөн йәшәргә генә түгел, ә ысындан да, ныҡ яҡшы йәшәргә мөмкин», — ти үҙенә спорт «Порш»ы һатып алған һәм ғаиләһе өсөн ҙур йорт төҙөгән Рөстәм Нәбиев.
kiziltan.ru