Физкультурниктар көнө — hөнәрҙәренә hәм нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең байрамы. Сара Бишбүләк ауылының үҙәк майҙанында асылды. Байрамда ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Артур Зарипов сәләмләп үтте.
— Был — сәләмәт йәшәү рәүешен яратыусыларҙы берләштереүселәрҙең байрамы. Бөгөн Бишбүләктә спорт күп йүнәлештәрҙә үҫә. Бик күптәр республика, федераль дәрәжәлә призлы урындар ала. Беҙ һеҙҙең һөҙөмтәләрегеҙ менән ғорурланабыҙ. Уңыштарығыҙ, ҙур хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, — тине Артур Мөхлис улы.
Шулай уҡ район башлығы беҙҙә даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүсе 12 меңгә яҡын кеше бар, тип билдәләп үтте — был район халҡының яртыһынан күберәге. Улар араһында Бөтә Рәсәй һәм республика беренселегендә ҡатнашыусылар, спорт секциялары ағзалары, физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөүселәр, район ярыштарында ҡатнашыусылар бар.
Байрам әүҙем спортсыларҙы, үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән районыбыҙҙа физик культура hәм спорт үҫешенә шәхси өлөш индереүселәрҙе билдәләп үтeргә бер сәбәп булды. Yҙҙәренең hөнәри юлын спорт менән бәйләгәндәргә, Артур Мөхлис улы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн, Маҡтау грамоталары hәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сараның маҡтаулы ҡунағы республика Спорт министрлығының идара башлығы Марина Тимашева булды.
— Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, Спорт министрлығы hәм министр Руслан Таhир улы Хәбибов исеменән һеҙҙе Физкультурниктар көнө менән ҡотлайым. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда спорт тормош нормаһына әүерелә бара. Беҙҙә спорт комплекстары төҙөлә, олимпия чемпиондары исемдәре йышыраҡ яңғырай. Беҙ 76 олимпия, паралимпия, сурдолимпия уйындары чемпиондары hәм призерҙары менән ғорурланабыҙ, улар Башҡортостанға 199 миҙал алып ҡайтты. Беҙҙең республика ҡала һәм ауыл тренерының пилот проектында ҡатнашты. Спорттағы һөҙөмтәләр өсөн милли hәм ғүмерлек стипендиялар булдырылды. Минеңсә, был спорттың киләсәге өсөн бик яҡшы башланғыс, — тине Марина Игоревна.
Физкультурниктар көнө төрлө йәштәге кешеләрҙе йыйҙы. Улар өсөн бейеүҙәр ярҙамында яҙылыу hәм күңел асыу программаһы әҙерләнгәйне. Бейеү хәрәкәттәре ярҙамында байрамда ҡатнашыусылар быуындарын нығытып ҡына ҡалмайынса, көн дауамында яҡшы кәйеф тә алды. Был көндә бер юлы бер нисә майҙансыҡта ҡул
көрәше, мини-футбол, пляж волейболы, өҫтәл теннисы hәм ғаилә эстафетаһы буйынса ярыштар уҙҙы. Барыһы ла әүҙемлек күрһәтеп, дәртләнеп hәм коллектив берҙәмлеге хисе менән үткәрелде. Ярыш призерҙары район хакимиәтенең миҙалдары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Иң мөhиме, был сараларҙа ҡатнашыусылар бик күп ыңғай хис-тойғолар алды hәм артабан да спорт менән шөғөлләнеү теләген белдерҙе.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотолары.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙе спортсы, көрәшсе булараҡ та спорт өлкәһенә ярҙам итеү кәрәклеген яҡшы аңлай. Шуға күрә республикала был ике йүнәлеш тә эҙмә-эҙлекле hәм комплекслы үҫеш юлында. «Беҙҙең бурысыбыҙ — физкультураға hәм спортҡа мөмкин ҡәҙәр күберәк кешене йәлеп итеү. Шуға күрә, ярыштарҙан тыш, беҙ бар көсөбөҙ менән дөйөм спорт сараларына ярҙам итәбеҙ», — тип билдәләп үтте Радий Хәбиров.