Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
14 Август 2024, 07:11

Тос ярҙам

Ҡасҡын ауылынан Хәбибуллиндар ғаиләһенә социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтелгән 

Тос ярҙамТос ярҙам
Тос ярҙам

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2024   йыл илебеҙҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ҡарар ғаиләне яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Был йүнәлеш Башҡортостан Республикаһында ла өҫтөнлөклө булып ҡала. “Был йәнә бер тапҡыр ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу,ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа hәм балалыҡҡа ярҙам итеү — беҙҙең үҙгәрешһеҙ өҫтөнлөктәребеҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала», —
тип билдәләп үтте Радий Хәбиров, уҙған йылда мөрәжәғәтнамә менән республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итеп.

Ҡасҡын ауылынан Фәнзил менән Әлфиә Хәбибуллиндар биш бала тәрбиәләй. Күп балалы әсәй әйтеүенсә, ул hәр ваҡыт ҙур ғаилә тураһында хыялланған, сөнки үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән. Ғаилә башлығы — тракторсы, ә әсәйҙәре — ғаилә усағын һаҡлаусы. Хәбибуллиндарҙың дүрт улдары бар — Филүс, Максим, Иршат, Денислам, әсәйҙәренең төп ярҙамсыһы — ҡыҙҙары Миләүшә. — Кейәүгә сыҡҡанда, тормош иптәшемә биш балабыҙ буласаҡ, тинем. Һәм барыһы ла тормошҡа ашты, — тип уй-кисерештәре менән уртаҡлаша ул. — Балаларым — минең шатлығым, бар тормошом һәм йәшәү мәғәнәһе. Күп балалы ғаилә булыу улай уҡ ауыр түгел. Өҫтәүенә, хәҙер дәүләт ғаиләләргә әүҙем ярҙам итә,  — тип билдәләп үтә Әлфиә.

Республика кyп балалы ғаиләләр тураһында ҡайғырта, уңайлы шарттарҙа үҫeргә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, «Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам» программаһыХәбибуллиндар ғаиләһенә ҡулай булған. Бишбүләк районы ғаилә хеҙмәтендә белгестәр социаль контракт төҙөү шарттарын аңлатҡан hәм кәрәкле документтарҙы йыйырға ярҙам иткән. Бүленгән аҡсаға ғаилә һыйыр һатып алған. Һүҙуңайынан, Хәбибуллиндар был программанан инде икенсе тапҡыр файҙаланған. Хәҙер күп балалы ғаиләнең өҫтәлендә hәр ваҡыт һөт, ҡаймаҡ hәм эремсек бар, улар балаларҙың сәләмәт булып үҫеүе өсөн кәрәк.
Хәҙерге ата-әсәләр бала тыуыуға яуаплы ҡарай. Башҡортостан Республикаһы әсәйлекте, атайлыҡты хуплай hәм ярҙам саралары тәҡдим итә. Һәр ғаилә hәр этапта ярҙамға өмөт итә ала — бала тыуғандан алып бәлиғ булғанға ҡәҙәр. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары балалы ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен тәьмин итеү өсөн төрлө формалар тәҡдим итә. Һүҙ төрлө ташламалар hәм пособиелар рәүешендә матди ярҙам, шулай уҡ йәшәү өсөн мөһим хеҙмәттәр hәм тауарҙар аша ярҙам тураһында бара.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото Әлфиә Хәбибуллинаның шәхси архивынан.

Лидия Федоровна Сальманова, Бишбүләк районы ғаилә хеҙмәте белгесе:

— «Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу» йүнәлеше буйынсасоциаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам аҙ килемле hәм күп балалы ғаиләләргә күрһәтелә. «Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу» йүнәлеше буйынса социаль контракт 12 айға төҙөлә. Бер мәртәбә бирелә торған аҡсалата түләү шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү планында ҡаралған сараларға сығымдар сметаһы күләмендә бирелә, ләкин ул 200 мең һумдан артмай. Әлеге программа ғаиләнең аҡсалата килемен арттырыуға йүнәлтелгән. Социаль контракт осоронда ярҙам алыусы үҙмәшғүл була, ул Башҡортостан Республикаһы һалым органына hөнәри килемгә һалым түләүсе (үҙмәшғүл) сифатында иҫәпкә баҫа. Әгәр ғаилә һыйыр һатып алған икән, улар, мәҫәлән, һөт продукттары һатып, шуның менән аҡса эшләй ала.

 

 

 

Тос ярҙам
Тос ярҙам
Автор:
Читайте нас