Башҡортостанда өс йылдан ашыу «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла. Уны төбәк башлығы Радий Хәбиров башлап ебәрҙе. Проект ҡала һәм ауылдарҙа тыуып үҫкән hәм уңыштарға ирешкән кешеләрҙең яҡташтарына hәм кесе ватанына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Һәр кешенең йөрәгенә айырыуса яҡын ер бар — ул уның кесе ватаны. «Атайсал» проектының маҡсаты — фекерҙәштәр, тыуған яҡтары тормошона hәм үҫешенә
битараф булмаған кешеләрҙе эҙләү, төрлө программаларҙы hәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ ауыл халҡы алдында торған күп кенә проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү: ауыл мәсеттәрен, ғибәҙәтханаларҙы, спорт hәм балалар майҙансыҡтарын тергеҙеү һәм төҙөү, музейҙар, парктар, ял итеү зоналарын булдырыу, спорт hәм музыкаль саралар үткәреү, балаларға патриотик тәрбиә биреү h.б. Бындай проекттарҙың hәр береһе артында тыуған яҡ яҙмышында ҡатнашыусы кешеләр тора. «Атайсал» барлыҡҡа килгәс, изге ғәмәлдәрҙе күптән hәм даими башҡарыусыларҙы күрһәтеү hәм улар тураһында һөйләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Ринат Гәрәев — Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәте (РайПО) рәйесе — шундайҙарҙың береһе. Ул район сараларын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Ринат Рәфис улы етәкселегендә Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәте йыш ҡына спорт саралары ойоштора. Миҫал өсөн, мини-футбол буйынса «РайПО Кубогы» ярыштарында республикабыҙҙың башҡа райондарынан hәм ҡалаларынан да командалар ҡатнаша. Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәте районда Һабантуй кеүек киң күләмле мәҙәни саралар үткәргәндә, финанс ярҙамы күрһәтә. Ҡулланыусылар кооперативы Разыя ауылы халҡы өсөн изге эш башҡарҙы, элекке магазин бинаһын мәсет өсөн тапшырҙы. Тиҙҙән Ҡасим ауылындағы магазинды мәсеткә бирергә ниәтләйҙәр. Бынан бер йыл элек Айыт ауылында урта мәктәп
базаһында РайПО ярҙамында Бишбүләк районы хакимиәтенең Башҡортостан кооператив институты hәм Башҡортостан кооператив техникумы менән хеҙмәттәшлеге сиктәрендә кооператив класс асылды. Быйыл уны тамамлаусылар сертификат алды. Шуларҙың туғыҙы РайПО иҫәбенә кооператив техникумына түләүһеҙ нигеҙҙә уҡырға инде.
— Кесе ватаныбыҙға беҙ ярҙам итмәһәк, кем ярҙам итһен? Бишбүләк районынан бер ҡасан да китeргә йыйынманым. Бында йәшәйбеҙ икән, районыбыҙ матурыраҡ, үҙенә йәлеп итeрлек, халыҡҡа йәшәүе еңелерәк булһын, йәштәр ауылда ҡалһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Әгәр тырышһаң, бында ла яҡшы аҡса эшләп була, — ти, Ринат Рәфис улы.
Һүҙ уңайынан, район ҡулланыусылар йәмғиәте исеменән генә түгел, шәхсән үҙ исеменән дә изге эштәр башҡара ул. Мәҫәлән, тормош иптәше менән уларҙың күркәм йолаһы бар: hәр Яңы йылда бүләктәр менән ҡарттар йортона барып, яңғыҙ әбей-бабайҙарҙы һөйөндөрәләр.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың проектка кереткән шәхси энергияһы һөҙөмтәһендә «Атайсал» проекты республикабыҙҙа популярлыҡ яулай һәм ул бөгөнгө көндә халыҡ-ара масштабҡа эйә.
«Беҙҙә бәләкәй ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр бихисап. Әгәр уларҙың һәр береһе кесе Ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтһә, урындарҙағы тормошто күпкә яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Күп эшҡыуарҙар һәм башҡа хәлле кешеләр былай ҙа ярҙам итә, әммә беҙ был эште системаға һалырға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта “Атайсал” проектын башлайбыҙ. Быны һис кенә лә дәүләт хәл итергә тейешле мәсьәләләрҙе кешеләр иңенә һалыу тип аңларға кәрәкмәй. Был – күңел талабына ярашлы тыуған ауылына, ҡалаһына, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам иткән кешеләргә уңайлыраҡ шарттар булдырыу алымы», –тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотоһы.
Рим Сабих улы ҒӘЛИМОВ, Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты, социология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы яҡташтар рәйесе:
— Был проект күптән бар, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа тыуып-үҫкәндәр, яҡташтар ойошмаһына берләшеп, үҙҙәренең кесе ватанына ярҙам итә. Радий Хәбиров килеү менән был проект яңы һулыш алды,
«Атайсал» проекты тәрән мәғәнәгә эйә, киң танылыу алды, тип әйтә алам. Бигерәк тә, ковид ваҡытында һәм МХО башланғас, был проект йәйелдерелде. Яҡташтар, ауылдан сығыусылар кесе ватанынан ярҙам итә. Үҙ тыуған яғы өсөн изге эштәр башҡарыусы кешеләр ҙә үҙгәрә, быуындар ҙа алышына. Был проект үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте, мәсеттәр, парктар асыла, зыяраттар уратып алына. Был иһә ҡыуандыра. Кесе ватанынының инфраструктураһын үҫтереү өсөн урындағы етәкселәргә күберәк яҡташтарҙы йәлеп итергә, төрлө осрашыуҙар ойошторорға кәрәк. Бергә генә, тупланып, бик күп изге эштәр башҡарырға мөмкин.