+30 °С
Болотло
Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә республикала һауа торошо хаҡында нимә ти?
Бөгөн, 18 августа, төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ айырым райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17,+22 градус тәшкил итәсәк.
Иртәгә, 19 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9,+14°, көндөҙ +17,+22°.
Автор фотоһы.
башинформ.