Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Август 2024, 08:48

Пенсиялар индексацияланасаҡ, тиҙәр

─ Бөгөн эшләүсе пенсионерларҙың пенсияһын яңынан индексациялай башлаясаҡтары тураһында күп һөйләйҙәр. Был нисек буласаҡ һәм сумма күпмегә артасаҡ?

Пенсиялар индексацияланасаҡ, тиҙәрПенсиялар индексацияланасаҡ, тиҙәр
Пенсиялар индексацияланасаҡ, тиҙәр
─ Эшләүсе пенсионерҙарға пенсияларҙы индексациялау тураһындағы законға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Түләүҙәр киләһе йылдан яңынан индексациялана башлаясаҡ. 2025 йылдың февралендә улар уртаса 1,3 мең һумға артасаҡ.
 
Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын арттырыу ҡағиҙәләре эшләмәүселәргә ҡаралғаны менән бер. Индексация суммаһын билдәләнгән, әммә эшләү осоронда түләнмәй торған страховка пенсияһы һәм уға беркетелгән өҫтәмә (надбавка) күләменән сығып, алдағы барлыҡ индексацияларҙы һәм төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып иҫәпләясәктәр.
Киләһе йылда эшләүсе пенсионерҙарға пенсиялар 2025 йылда ҡаралған процентҡа индексацияланасаҡ. 2016-24 йылдарҙа “төшөрөп ҡалдырылған” индексацияларға килгәндә, был суммалар пенсияға кеше эштән киткәндән һуң гына өҫтәләсәк.
башинформ. 
 
Пенсиялар индексацияланасаҡ, тиҙәр
Пенсиялар индексацияланасаҡ, тиҙәр
Автор:
Читайте нас