Йәштәр менән уҙған осрашыуҙа район хәкимиәте башлығы урынбаҫары Алексей Данилов ҡатнашты. Ул Бишбүләк районында эшкә ҡайтыу мөмкинлеге тураһында һөйләне һәм уҡыуҙарын тамамлағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтырға саҡырҙы.
Беҙҙең районыбыҙ йәштәре Мәскәү, Петербург ҡалаларында ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә белем ала. Бишбүләк ҡыҙы Карина Вәлишина Пекин университетында уҡый. Үҙенең Ҡытайҙа нисек уҡыуы тураһында һөйләп үткәндән һуң, ул ҡулынан диплом алғандан һуң беҙҙең илгә ҡайтырға йыйыныуын хәбәр итте.
Осрашыу һәр кемдә йылы хистәр ҡалдырҙы. Бындай фәһемле осрашыуҙар артабан да буласаҡ әле.