Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Август 2024, 06:43

Календуланың файҙаһы тураһында беләһеҙме?

Календула төнәтмәһе төрлө ваҡ йәрәхәттәрҙе, бәрелгән, янған, туңған тәнде дауалауҙа һөҙөмтәле һанала. Ә организмдан һейҙек ҡыуҙырыу өсөн был төнәтмәне һәр ҡабул итеүҙә 10-20 тамсылап эсергә кәрәк.

Календуланың файҙаһы тураһында беләһеҙме?Календуланың файҙаһы тураһында беләһеҙме?
Календуланың файҙаһы тураһында беләһеҙме?

Хәҙерге тәжрибәләр күрһәтеүенсә, календула уникаль шифалы биологик матдәләргә бай үҫемлек һанала. Айырыуса сәскәләге эфир майҙары, каротиноид һәм С витаминдары кеше өсөн файҙалы. Ғәҙәттә, дарыу сеймалы итеп календуланың сәскәләре ҡулланыла. Ә ҡайһы берҙә бөрөһөн һәм япрағын да файҙаланырға мөмкин.

Календула төнәтмәһе төрлө ваҡ йәрәхәттәрҙе, бәрелгән, янған, туңған тәнде йоғошһоҙландырыусы сара булараҡ һөҙөмтәле һанала.
Ә организмнан сидек кудыру өчен бу төнәтмәне һәр кабул итүдә 10-20 тамчылап эчәргә кирәк.

Төнәтмәне шулай уҡ ашҡаҙан һәм ун икеле эсәк йәрәхәтенән, гастриттан, бауыр һәм һейҙек ҡыуығы ауырыуынан, йөрәк ритмы боҙолоуҙан эсергә кәңәш ителә.
Төнәтмә былай яһала: 70 процентлы 200 мл спиртҡа 1 аш ҡалағы ваҡланған календула сәскәһеи һалып, 14 көн төнәтегеҙ. Шуны берәр сәй ҡалаҡлап көнөнә ике тапҡыр эсегеҙ.

Гинекологияла календула төнәтмәһе аналыҡты һәм кольпитты дауалауҙа файҙаланыла. Бының өсөн 1 сәй ҡалағы төнәтмәне бер стакан һыуға һалып, һиптереп йыуҙыртырға кәрәк.

Календула төнәтмәһе гингивит, пиореянан, балаларҙағы молочницанан, ангинанан, шулай уҡ пародонтоздан ауыҙ эсен сайҡатыу өсөн яҡшы. Бының өсөн бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы төнәтмә һалып, һәр ике сәғәт һайын ауыҙҙы сайҡап торорға кәрәк.

Ә бына авитаминоздан һәм истерияға ҡаршы календула төнәтмәһе былай яһала: бер ҡалаҡ ваҡланған календула сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу һалығыҙ ҙа, йылы килеш төрөп, 40 минут төнәтеп һөҙөгөҙ. Шуны ашарға ярты сәғәт ҡала берәр аш ҡалағы көнөнә 3 тапҡыр эсегеҙ. Ә истериянан 100 мл һыуға 5 грамм төнәтмә һалып, көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ.

baltachtan.ru

 

Календуланың файҙаһы тураһында беләһеҙме?
Календуланың файҙаһы тураһында беләһеҙме?
Автор:
Читайте нас