Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Август 2024, 10:10

Баклажандан икра

Уңған хужабикәләр әлеге мәлдә ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар әҙерләү менән мәшғүл. Һеҙгә йәнә бер рецепт тәҡдим итәбеҙ. 

Баклажандан икраБаклажандан икра
Баклажандан икра

1 кг баклажан
0,5 кг помидор
0,5 кг татлы борос
2-3 һуған
100 грамм үҫемлек майы
2-3 ҡалаҡ аш һеркәһе
2-3 сәй ҡалағы тоҙ, тәменсә борос
1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо
йәшел тәмләткестәр

Баклажанды бешерәбеҙ ҙә ҡабығынан таҙартып, ит тарткыстан үткәрәбеҙ. Помидорҙы ла, ҡабығын һалдырып, ит тарткыстан үткәрәбеҙ. Һуған менән баллы боросто ла  шулай эшләйбеҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, борос һәм йәшел тәмләткестәр өҫтәйбеҙ.

Аш һеркәһе, үҫемлек майын ағыҙып, бер сәғәт ҡайнатабыҙ ҙа банкаларға тултырып ҡуябыҙ. 

https://vk.com/dom_sad_recepty

Баклажандан икра
Баклажандан икра
Автор:
Читайте нас