Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
22 Август 2024, 11:48

Әҙерәк ауырыясаҡбыҙ

«Сәләмәтлек поезы» медицина тикшереүҙәренә йомғаҡ яһалды

Әҙерәк ауырыясаҡбыҙӘҙерәк ауырыясаҡбыҙ
Әҙерәк ауырыясаҡбыҙ

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостанда «Сәләмәтлек поездары» йөрөй. Республикала был акция сиктәрендә меңәрләгән кеше һаулығын нығытып, ҡурҡыныс сирҙәрен ваҡытында асыҡлап өлгөрҙө лә инде. «Сәләмәтлек поезы» табиптары халыҡты «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә ҡабул итә.

Бишбүләк районында табип-белгестәрҙең күсмә бригадалары эше ойошторолдо. «Сәләмәтлек поезы» составында Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһының һаулыҡ һаҡлау үҙәге һәм күсмә  флюорографы; Өфө ҡалаһыныңРеспублика кардиология үҙәгенең  кардиомодуле hәм район үҙәк дауаханаһының күсмә (мобиль) ФАПы эшләне. Айыт, Михайловка, Дим, Ҡыңғыр-Мәнәүез, Каменка, Ермолкин ауылдарына район үҙәк дауаханаһы табиптары: терапевт, акушер-гинеколог, онколог, офтальмолог, эндокринолог, отоларинголог, функциональ диагностика табибы hәм РКЦ кардиологы килде.

Терапевт тарафынан 645 пациент, тар белгестәр тарафынан 1112 кеше тикшерелгән. 614 флюорографик тикшереү, 122 УЗИ-тикшеренеү, 574 ЭКГ үткәрелгән. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, өс СВО-ла ҡатнашусы һәм уларҙың 28 ғаилә ағзаһы тикшерелде, 143 кешегә вакцина яһалды. Ҡабул итеүҙәр барышында 1317  сир осрағы асыҡланған (ғүмерҙәрендә  тәүге тапҡыр — 311), шул иҫәптән яман шешкә шик — икәү.

— Ярты йылдан ашыу хәрби хәрәкәттәр зонаһында булдым. Август башында сираттағы ялға ҡайттым. Тыумышым менән Иттихаттанмын, тыуған яғымда 20 авгусҡа ҡәҙәр булдым. Туғандарым hәм ауылдаштарым ғына түгел, хатта үҙебеҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре лә мине онотмауына бик шатмын. Миңә Уҫаҡ Кисеү ауылының фельдшеры Рүзимә Мансур ҡыҙы Йомағолова шылтыратып, районда «Сәләмәтлек поезы» йөрөүен әйтте һәм медицина тикшеренеүе үтергә саҡырҙы. Калинин ауыл Советы биләмәһендә йәшәүселәрҙән hәр кем медицина тикшереүен үтә ала ине. Табиптарҙың барыһы ла минең тулыһынса һау-сәләмәт һәм хәрби хеҙмәткә яраҡлы булыуымды раҫлап, өмөтләндерҙе, — тип белдерә «Поезд здоровья» белгестәрендә тикшеренеү үткән яугир.

— Мин 1922 йылдың 1 майында тыуғанмын. Хоҙайға шөкөр, әле һаулығыма зарланмайым, хәтерем яҡшы, яңғыҙ йәшәйем.  Улым Владимир Лукьянов минең хәлемде белеп тора. Михайловкаға «Сәләмәтлек поезы» килгәс, үҙебеҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре медицина тикшереүе үтергә саҡырҙы. Минең йәштә һаулыҡ менән шаярыуҙар яҡшыға түгел. Барлыҡ табиптарҙы үтеп сыҡтым, уларҙың күрһәтмәләрен тыңланым — улар барыһы ла миңә оҙон ғүмер теләне, — тип һөйләй Михайловка ауылынан Пелагея Николаевна Леонтьева.

Марат Фәнил улы АБДУЛЛИН, Бишбүләк район дауаханаһының баш табибы:

— Бишбүләк район үҙәк дауаханаһы табиптары бер тауыштан «Сәләмәтлек поезы»на уҙған йыл менән сағыштырғанда, күберәк кеше килгәнен билдәләй. Ә был халыҡ үҙ һаулығына иғтибарлыҡ булыуын һәм табиптарҙың табиптарҙың диагноздарына күберәк ышаныс белдерә икәнен, аңлата. Сөнки теге йәки был ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау мөhим, уларҙы баштан уҡ дауалау яҡшыраҡ, унан һуң башланған хәлдe дауалау менән сағыштырғанда. «Сәләмәтлек поезы» шулай уҡ урындағы халыҡ һәм уларҙың сәләмәтлек проблемалары менән танышҡан, йыраҡ ерҙәрҙән тар белгес-табиптарға ҡабул итеүгә бара алмаған барлыҡ кешеләргә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә алған табиптарҙың hөнәри дәрәжәһен күтәрә. Бындай масштаблы акцияны ойошторған hәм үткәргән медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм унда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн район халҡына ҙур рәхмәт әйткем килә. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем!

Владимир СМОЛОВ.

Әҙерәк ауырыясаҡбыҙ
Әҙерәк ауырыясаҡбыҙ
Әҙерәк ауырыясаҡбыҙ
Әҙерәк ауырыясаҡбыҙ
Автор:
Читайте нас