Йыл һайын 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.
Рәсәй триколоры 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Илдә дәүләт флагы XVII – XVIII быуаттарҙа, Рәсәй ҡеүәтле дәүләткә әүерелгән осорҙа, барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр аҡ – күк – ҡыҙыл флаг Петр I-нең атаһы Алексей Михайлович батшалыҡ иткән дәүерҙә «Бөркөт» беренсе рус хәрби карабында күтәрелә.
2000 йылдың 25 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тураһында» федераль конституция законына ҡул ҡуйҙы. Законға ярашлы, Рәсәй Дәүләт флагы – өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь һыҙаттарҙан торған тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкөһө – аҡ, урталағы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Флагтағы һәр төҫтөң рәсми мәғәнәһе бар. Ҡыҙыл төҫ - көс-ҡеүәт, күк – иман һәм ышаныс, аҡ - азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ.м
Рәсәй флагы көнө районыбыҙҙа ла билдәләнде. Айыт, Бикҡол, Йылбулаҡтамаҡ, Ҡушйылға, Калинин ауыл Советында йәшәүселәр был көнгә ҡарата төрлө саралар үтте. Берәүҙәр “Рәсәй флагы аҫтында – беҙ бергә!” флешмобына ҡушылып, фотоға төштө, икенселәр тәҙрәләрҙе биҙәне, һүрәт төшөрҙө һ.б.