Был сараға килеүселдәр төрлө шифалы үлән-емештәрҙән әҙерләнгән сәйҙе тәмләп ҡараны, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, үҙешмәкәр артистарҙың сығышын ҡарап, күңеленә ысын ял алды. Барыһынан да бигерәк, байрамда ҡатнашыусылар исеме сит илдәрҙә лә билдәле Михаил Гордеевтың файҙалы кәңәштәрен тыңланы.
Гордеев Михаил Викторович - ғалим-фитотерапевт. Башҡортостан ассоциацияһының вице-президенты, Рәсәй Фитотерапевтар йәмғиәтенең президиум ағзаһы, фитоүҙәктәр селтәрен булдырыусы, «Здравница травника Гордеева М. В.» фитоүҙәген нигеҙләүсе, «Здоровье нации» Республика йәмғиәт ойошмаһы рәйесе. Биология фәндәре кандидаты (2003). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәйҙең халыҡ дауалаусыһы.
Тыумышы менән Сиҙәкбаш ауылынан булған Михаил Гордеевтың исеме бишбүләктәргә яҡшы таныш. Ул Өфө янында дарыу үләндәрен етештереүҙе 18 йыл элек башлаған. Бында үләндәрҙе киптереү, таҙартыу, төргәктәргә төрөү эштәре башҡарыла. Әҙер продукция Гордеевтың 15-тән ашыу фитоүҙәгенә оҙатыла. Районда йәшәүселәрҙең күбеһе дарыу үләндәре йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. "Фитоград" фестивалендә сығыш яһаған атаҡлы үлән белгесе яҡташтарын тирә-яғыбыҙҙа үҫкән шифалы үләндәрҙе йыйырға саҡырҙы. Был, беренсенән, яҡшы килем алыу мөмкинлеге булһа, икенсенән, дарыу үләндәрен файҙаланып, үҙеңдең һаулығыңды нығытырға мөмкин. «Һаулығым – байлығым», тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ысынлап та, үҙ һаулығыңды йәштән ҡайғыртырға, уны һаҡларға кәрәк.
Фотолар https://vk.com/public130943202 сайтынан.