Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Август 2024, 04:31

Иң яҡшылар иҫәбендә

Район үҙәгендәге “Умка” балалар баҡсаһы коллективының эше юғары баһаланды  

Иң яҡшылар иҫәбендәИң яҡшылар иҫәбендә
Иң яҡшылар иҫәбендә

Балалар баҡсаһына сабыйҙың ниндәй кеше булып үҫеүенә нигеҙ һалынған иң яуаплы осор тура килә. Тап ошо ваҡытта уның характеры формалаша, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә, мәктәпкә әҙерлек башлана. Балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе баланың киләсәк тормошона ла юл һала. Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа егерменән ашыу мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар.   

 Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балалар донъяһын аңлаған, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән хеҙмәткәрҙәр эшләй.  2023-2024 уҡыу йылының һөҙөмтәләре буйынса райондың “Умка” балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы еңеүсе булды. Уларға артабан да эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. 

https://vk.com/public217412282

Иң яҡшылар иҫәбендә
Иң яҡшылар иҫәбендә
Автор:
Читайте нас