Йәштәр араһында армрестлинг бик популяр спорт төрөнә әйләнде. Был спорт төрөн телгә алғанда, һәр кем киң яурынлы ҙур кәүҙәле көрәшсене күҙ алдына килтерә торғандыр. Әммә «Батыр» клубының тәрбиәләнеүселәре был образды юҡҡа сығарырға һәләтле. Уларҙың береһе – Екатерина Меркулова. Сәмле ҡыҙ мәктәптә генә уҡыуға ҡарамаҫтан, һул ҡулы менән бөтәһен дә «йығып һала».
Йәш ҡыҙ һигеҙ йәштән спорт менән шөғөлләнә башлай. Бала саҡтан Катяның мауығыуҙары күп төрлө була: бейеүҙәр, дайвинг, йөҙөү, хоккей, волейбол, виндсерфинг. Ун ике йәшлек ҡыҙ атаһына эйәреп армрестлинг менән шөғөлләнә башлай.
— Бер тапҡыр атайым минән, ҡул көрәшендә үҙеңде һынап ҡарарға теләмәйһеңмене тип һораны. Ә уға ҡәҙәр минең был спорт ярыштары буйынса видеолар ҡарағаным булды һәм уның менән шөғөлләнергә риза инем. Шул уҡ көндә беҙ «Батыр» атлет клубына барҙыҡ. Унда мин Татьяна Михайловна Онанованы һәм Гоча
Константинович Онанашвилиҙы осраттым, һуңынан улар тренерҙарым һәм остаздарым булды. Улар арҡаһында был спорт төрөн яраттым. Армрестлинг менән 2019 йылдың сентябренән алып шөғөлләнәм, —тип һөйләй Екатерина.
Әлбиттә, физик көстән күп нәмә тора, әммә барыһы ла түгел. Спортсы әйтеүенсә, армрестлинг көрәшендә йондоҙ булыу өсөн, мотлаҡ көслө мускулдар булыуы кәрәкмәй. Бөтәһен дә өҫтәл артында дөрөҫ тороу һәм алымдарҙы белеү хәл итә.
Яңы спорт төрө менән мауығыу Екатерина өсөн бик уңышлы була. Хәҙер ул в армрестлинг буйынса уңыштары менән маҡтана ала. Йәш спортсы күп тапҡыр Бишбүләк районы чемпионы һәм республика һәм Волга буйы федераль округы чемпионы була. Катерина әйтеүенсә, армрестлинг уның тормошон бары тик яҡшы яҡҡа үҙгәрткән.
— Был спорт төрө арҡаһында мин иҫ киткес кешеләр менән таныштым һәм дуҫлаштым, Рәсәйҙең күп кенә бөйөк ҡалаларында булдым. Шулай уҡ мин спортты яраттым һәм үҙ-үҙемә булған ышанысым артты, — тип билдәләй Екатерина.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото Екатерина Меркулованың шәхси архивынан.
Радий Хәбиров: «Физик культура һәм спорт мәсьәләләрен юғары кимәлдә тикшереүебеҙ мөһим. Быны меңәрләгән тренерҙар, йөҙҙәрсә мең балаларыбыҙ күрә. Беҙ йәмғиәтебеҙгә физик культура һәм спорт – республиканың дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше, тигән бик яҡшы сигнал бирәбеҙ».
Сергей Игоревич ТАЙМАСОВ,
Бишбүләк районы хәкимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы:
- Шуныһы һөйөнөслө, Башҡортостан Республикаһы етәксеһе спорт үҫешенә айырым иғтибар бирә. Беҙҙең районда әленән-әле спорт саралары үтә, һәр кемгә үҙ һәләттәрен күрһәтергә мөмкинлек биргән йәштәр һәм балалар өсөн ярыштар ойошторола. Бындай саралар балаларға үҙҙәренең спорт һәләттәрен күрһәтергә, ярыштарҙа тәжрибә тупларға һәм артабанғы үҫеш өсөн мотивация алырға мөмкинлек бирә. Бишбүләк спортсыларының армрестлинг буйынса алған миҙал, наградалар һәм кубоктарҙы һанап бөтөрөрлөк түгел. Спортсыларға ярҙам итеү һә!м спортты үҫтереү буйынса фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн «Батыр» атлет клубы тренерҙарына рәхмәт әйтергә теләйем.