Республика Башлығы Радий Фәрит улы балалар йылы, уңайлы шарттарҙа, заманса белем алһын, үҫешһен һәм илдең ысын патриоты булып үҫһен өсөн мөмкинлектәр булдырыу бурысын ҡуйҙы. Һәм был йүнәлештә, ысынлап та, бик күп эштәр башҡарыла. Был уңайҙан һандарға күҙ һалыу ҙа етә. 2023 йылда 5098 урынға 8 мәктәп һәм 660 урынға 3 балалар баҡсаһы сафка индерелгән.
Балаларҙы яңы уҡыу йылы башланғанда матур итеп төҙөкләндерелгән, йыһазландырылған, заман талаптарына яуап биргән биналар ҡаршы алырға тейеш. Быйыл беҙҙең районда иң ҙур капиталь ремонт (белем бирү учреждениеларында капиталь ремонт үткәрү программасы сиктәрендә) дәүләт программаһы буйынса Уҫаҡ Кисеү мәктәбендә яһалды.
Алыҫтан уҡ балҡып ултырыусы төрлө төҫтәрҙәге заманса бина ауылға бөтөнләй башҡа төҫмөр бирә. Фасад матур, төрлө төҫтәр менән металлосайдингтан эшләнгән һәм ишек башына уҡыусыларҙы белем үрҙәренә саҡырган яҙыу эленгән дә инде.
Бер нисә быуын балалары белем алган мәктәп 1978 йылда төҙөлгән. Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында йыл һайын күпмелер кимәлдә ремонт эшләнһә лә, был күпселек осраҡта буяу-аклау эштәренә ҡайтып ҡалған. Быйыл мәктәптә капиталь ремонтты "Альянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Бының өсөн 63 миллион һум аҡса бүленгән.
«Мәғариф» дөйөм дәүләт проектының «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль программаһы буйынса түбә ремонтлау, тәҙрәләрҙе пластикка алыштырыу, эске коммуникация, санузел һ.б. эштәр ҡаралған. Объектта шаҡтай күләмле эш башҡарырға тура килгәнгә күрә, ремонтты март айында уҡ башлап ебәргәндәр. Төҙөлөш бригадаһындағы 26 кеше иртәнге сәғәт 8-ҙән кискә ҡәҙәр ең һыҙғанып эшләгән.
Мәктәптең иҫкергән тәҙрәләрен алып, улар урынына пластик тәҙрә ҡуйғандар, улар бинаға үҙенсә йәм һәм нур өҫтәп тора. Бинаның эсе лә тулыһынса яңыртылған. Беҙ барғанда, беренсе ҡатта ҡайҙалыр торабалар, цемент тулы тоҡтар күренһә, икенсеһендә эштәр тамамланыуға бара ине. Эшселәр һауаны елләтеү торбалары, ишектәр ҡуйыу менән мәшғүл ине. Уңайлы мөхит программаһына яуап биреүсе баҫҡыс ҡуйғандар.
Буяу еҫе аңҡып торған класс бүлмәләре яҡты ла буласаҡ – электрҙы аҙ сарыф итеүсе, әммә яҡтылыҡ таратыу яғынан ҡеүәтлерәк диодлы лампалар менән йыһазландырылған. Яҡты, киң тәҙрәләргә жалюзи ҡуйылған. Һорғолт, асыҡ һары һәм әфлисун төҫөнә буялған кабинет тарҙы мәктәп коллективы эшселәрҙән һуң, йыуып йыйыштырып ҡуйырға ла өлгөргән.
Уҡыусылар ашхананы ла танымай торорҙар әле. Аш-һыу блогы етди үҙгәрештәр кисергән: стенаны һүтеп, ашхананы киңәйткәндәр: хәҙер уҡыусылар иркен һәм яҡты залда ҡабаланмай ғына туҡлана ала. Ҡыҫҡаһы, иҙәндән түшәмгә ҡәҙәр яңыртылып, буяй торғаны буялып, төҙөкләндерелгән. Бында ла барлыҡ эштәр уҡыусыларға яйлы, уңайлы булыуын иҫтә тотоп эшләнгән.
Элекке һәм яңы мәктәп фотоларын сағыштырғанда – ер менән күк араһы. Директор әйтеүенсә, бында барыһы ла яңыртылған. Әйтергә кәрәк, ремонт барышы контролдә тотолған, район етәкселәре төҙөлөш ойошмаһында эшләүселәр менән әленән-әле аралашып, эштең сифатын тикшереп торған. Ошо көндәрҙә интерактив техника heм яңы йыһаз ҡайтарылған.
— Оҙаҡҡа һуҙылған көслө ямғырҙар түбәне ремонтлағанда hәм мәктәп биләмәһен төҙөкләндергәндә ауырлыҡтар тыуҙырҙы, эш графигына төҙәтмәләр индерҙе. Ойошма подрядсылары, объектты вакытында тапшырып өлгөртөү, эштәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн өҫтәмә резервтар йәлеп итте, — ти мәктәп директоры.
Белем көнөнә лә күп ҡалмай. Быйылғы уҡыу йылында яңыртылған, заманса мәктәптә 100 бала белем аласаҡ. Әлбиттә, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа әлеге мәктәпте ҙур бүләк булараҡ ҡабул итә hәм сикһеҙ рәхмәттәрен еткерә.
— Беҙҙең класта барлығы 11 кеше. Беҙҙе яҡшы, изге күңелле уҡытыусылар уҡыта, улар hәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тора. Мин үҙем тик «яҡшы» билдәләренә генә өлгәшәм. Киләсәктә тыуған ауылымда 11-се класты тамамлап, программист булырға теләйем. Мин әле ремонттан һуң мәктәпте кyрмәнем, әммә миңә һәм класташтарыма унда уҡыуы оҡшар, тип ышанам, — ти Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Айҙар Йомағолов.
- Мин мәктәптә ата-әсәләр комитеты ағзаһы булып торам. Яңыртылған мәктәп ауыл халҡы өсөн дә ҙур һөйөнөс, уға балалар ҙа шат. Мин үҙем дә егерме биш йыл элек ошо мәктәпте тамамлағайным, хәҙер унда өс ҡыҙым уҡый. Диләрә отличница, ул 3-сө класҡа барасаҡ, Илиза — 5-сегә, Радмилла — 8-се класҡа, улар ҙа уҡыуҙа һынатмай. Йыл һайын балаларға яңы кейемдәр һатып алабыҙ, уҡыу кәрәк-яраҡтарын да хәстәрләнек, ҡыҫҡаһы, яңы мәктәпкә барырға беҙ тулыһынса әҙер, — ти өс бала әсәһе Гөлсинә Хәйретдинова.
Әнүзә Камил ҡыҙы ЛОТФУЛЛИНА, Уҫаҡ-Кисеү ауылының урта мәктәбе директоры:
— Элекке мәктәптең стеналары ғына ҡалғайны һәм капиталь ремонт барышында ул нигеҙенән алып, түбәһенә ҡәҙәр тулыһынса яңырҙы, инеү урыны, ишектәр, янғын сигнализацияһы, канализация, йылытыу һәм электр селтәрҙәре, түбә hәм иҙәндәр ремонтланды. Коридорҙарға плитка түшәлде, класс бүлмәләренә йәйеү өсөн линолеум ҡайтарылды. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында бина янғынға ҡаршы система менән йыһазландырыласаҡ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Фотолар Әнүзә Камил ҡыҙының шәхси архивынан алынды.