Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
2 Сентябрь 2024, 12:38

Украинаға ярҙам итеүҙә ғәйепләнә

Өфө гимназияһын тамамлаған егетте Украинаны хуплаған яҙмалары өсөн тотҡандар.

Украинаға ярҙам итеүҙә ғәйепләнәУкраинаға ярҙам итеүҙә ғәйепләнә
Украинаға ярҙам итеүҙә ғәйепләнә

Мәғлүм булыуынса, Макар Н. сит телдәр тәрән өйрәнелгән 86-сы гимназияны тамамлаған. Һуңынан Германияла политологҡа уҡыған. Ошо осорҙа социаль селтәрҙә Украинаны хуплап постар яҙған , «Рус ирекле корпусы»на инергә саҡырған (террор ойошмаһы тип танылған һәм Рәсәйҙә тыйылған). «Честный репортаж» ТГ-каналы егеткә һылтанып хәбәр итеүенсә, ундағы йәштәштәре уны ошондай аҙымға барырға мәжбүр иткән. 

Яҡташыбыҙҙы Өфөгә ҡайтҡас та тотҡандар. Уға ҡарата терроризмды пропагандалау статьяһы буйынса эш асылған (Рәсәй Енәйәт кодексының 205.2-се статьяһының 2-се өлөшө), хәҙер Макарға 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. 30 августа Өфөнөң Киров районы суды егетте 30 сентябргә тиклем ҡулға алды, тип хәбәр иттеләр судтың матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru

Украинаға ярҙам итеүҙә ғәйепләнә
Украинаға ярҙам итеүҙә ғәйепләнә
Автор:
Читайте нас