2021 йылдың майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Арт-Ҡоролтай” форумында “Ауыл уҡытыусыһы” , “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһының старт алыуы тураһында иғлан итте.
- Беҙҙә Башҡортостанда “Ауыл табибы” , “Ауыл уҡытыусыһы” , “Ауыл тренеры” , “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программалары эшләп килә. Хәҙер “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы ла буласаҡ,- тине Радий Хәбиров.
2021 йылдың сентябрендә Башҡортостанда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһы старт алды, ул ауылда мәҙәниәт хеҙмәткәренә ярҙам итеүҙең мөһим сараларҙың береһенә әүерелде, йәш белгестәрҙе тыуған яҡтарына күберәк йәлеп итте.
Бишбүләк районында Роза Ғабдрахманова был программала ҡатнашты. Уға егерме алты йәш, ул район үҙәгендәге сәнғәт мәктәбендә эшләй. Йәш һәм талантлы рәссам тураһында районда күптәр белә.
Һәләтле ҡыҙ Бишбүләктә тыуған. 2015 йылда Бишбүләк 1-се урта мәктәбен һәм балалар сәнғәт мәктәбенең сәнғәт бүлеген тамамлаған. Артабан Өфө ҡалаһының М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, бер аҙ Нефтюганск ҡалаһының дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләй, ләкин тиҙҙән тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
- 2021 йылғы уҡыу алдынан мине үҙем ҡасандыр белем алған балалар сәнғәт мәктәбенә уҡытыусы булып эшләргә саҡырҙылар. Балаларға рәсем һәм һынлы сәнғәтте өйрәтеп (һүҙ уңайынан, үҙем ҡасандыр мольберт артына ултырып, һүрәт төшөргән кабинетта), мин “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашырға булдым. Документтарҙы дөрөҫ тултырыуым арҡаһында һәм Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Айгөл Бәхтиәрова ярҙамы менән һайлап алыу туры уҙҙым. Үҙемдең тыуған көнөмдә, йәғни 2022 йылдың 22 декабрендә, тантаналы шарттарҙа район етәксеһе ҡулынан 500 мең һумлыҡ сертификат алдым. Был аҡсаны торлаҡ һатып алыуға тотондом, - тип һөйләй Роза.
Сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы билдәләп үтеүенсә, дәүләттән бындай ярҙам йәш белгестәргә аяҡҡа баҫырға һәм ышаныслы рәүештә алға ҡарарға ярҙам итә.
- Йәш белгестәргә бындай ярҙамдан һис шикһеҙ файҙаланырға кәрәк, тип һанайым. Хәҙер беҙҙең Бишбүләк районы ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Беҙҙә бик күп берләшмәләр, клубтар эшләй. Һәм улар барыһы ла халҡыбыҙҙың социаль, мәҙәни, спорт , эстетик үҫешенә йүнәлтелгән. Шулай булғас, йәш белгестәр, беҙҙең районға эшкә килегеҙ, - тип билдәләп үтә Роза.
Рәсәйҙә 2025 йылдан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй башлай – Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе.
Бишбүләк районы хәкимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт hәм ижтимағи берләшмәләр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү бүлеге начальнигы Елена Павловна Арефьева:
- Программаның тәүге эш йылыннан уҡ мәҙәниәт һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге йәш белгестәр дәүләт ярҙамы ала. Беҙҙең райондан дүрт белгес бындай ярҙам алды ла инде. Ағымдағы йылда ла алыусылар һанын арттырырға ниәтләйбеҙ. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса Башҡортостан республикаһы бюджеты иҫәбенә мәҙәниәт белгестәре 500 мең һум алды, ә 2023 йылдан – 1 млн һум. 2021-2023 йылдарҙа 120 белгес 75 миллион һумға торлаҡ шарттарын яҡшыртты.
Наилә СӘБӘХОВА,
Фото Роза Ғабдрахманованың шәхси архивынан.