Һәр милләт кешеһе өсөн иң моңло көй – үҙенең милли көйө, иң матур, иң ҡәҙерле тел – үҙенең тыуған теле. Февраль айында билдәләнгән Тыуған тел байрамы барлыҡ милләттәрҙең дә рухи байлығы булған тыуған телдәренә ҡәҙер-хөрмәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Районыбыҙ мәктәптәрендә Тыуған тел, Башҡорт теле көндәре ҙурлап үткәрелә, уҡыусылар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай, флэшмобтарҙа ҡатнаша. Бынан тыш, даими рәүештә башҡорт яҙыусыларының юбилейҙары уңайынан төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, апрель айында район башҡорттары ҡоролтайы һәм мәғариф бүлеге менән берлектә Бишбүләк 1-се урта белем биреү мәктәбендә башҡорт шағиры, яҙыусы Баязит Бикбайҙың тыуыуына 115 йыл тулыуға бағышланған шиғыр конкурсы үтте. Унда башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел буларак өйрәнеүсе 18 уҡыусы сығыш яһаны. Баһалама ағзалары тарафынан йәш сәсәндәр билдәләнгәндән һуң, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов бәйгегә ныҡлап әҙерләнеп килгән уҡыусыларға һәм башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырған уҡытыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Бындай сараларҙы ойоштороусы мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрдәнов һәр саҡтағыса еңеүселәргә Рәхмәт хаты һәм китаптар тапшырҙы. Яҙыусы, М.Аҡмулла премияһы лауреаты Фәнис Янышев иһә үҙенең китабын бүләк итте.
Бөйөк мәғрифәтсе, башҡорт шағире Мифтахетдин Аҡмулланы данлаған кеүек, Айыт урта мәктәбендә башҡорт шағиры Ярлы Кәрим (Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы) тормошона һәм ижадына бағышланған кисәләр йыш уҙғарыла. Айыт, Ҡаныҡай, Бишбүләк һәм Йылбулаҡтамаҡ уҡыусылары уның шиғырҙарын тасури итеп һөйләү буйынса үҙ һәләттәрен күрһәтте. Конкурста сығыш яһаған уҡыусылар араһынан Сәфәрғәлиева Радмила, Хәмитова Илүзә, Сәйетгәрәев Данияр, Ғәйзуллина Зилә, Батраев Байрас, Ғабдуллина Азалия, Халиҡова Лияна, Мөхәмәтова Алия һ.б. мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы дипломына лайыҡ булды.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: беҙҙең районда “Мең ыруы союзы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан 2018 елда махсус премия булдырылғайны. Ул туған тел буйынса төбәк-ара һәм республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа еңеү яулаған алдынғы уҡыусыларға тапшырыла. Быйыл белем көнөндә Айыт урта мәктәбенең өс уҡыусыһына – Хәбибуллина Радмила, Хафизова Ралина, Булатова Камиллаға һарайлы-мең ырыуының премияһы тапшырылды:
Республикабыҙҙың барлыҡ төбәгендәге кеүек, беҙҙең район мәктәптәрендә лә башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу күптән матур йолаға әүерелде. Йылдан-йыл популярлыҡ яулай барған сараға уҡыусылар ғына түгел, мәктәп коллективы һәм ябай халыҡ та ҡушыла. Был иһә туған телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың һәм ихтирамдың арта барыуы тураһында һөйләй.
Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова, район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе:
- Районыбыҙ мәктәптәрендә дүрт туған тел – рус, башҡорт, татар, сыуаш телдәре өйрәнелә. Башҡорт теле туған тел буларак Дим, Айыт һәм Бишбүләк ауылының 1-се, 2-се мәктәптәрендә уҡытыла. Бөгөн 13 башкорт теле уҡытыусыһы балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй.
Дим урта мәктәбе уҡыусылары башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле буларак та өйрәнә һәм улар әленән-әле район, республика олимпиадаларында ҡатнашып, үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында Казанцев Айгизәр башҡорт дәүләт теле буйынса олимпиадала республика күләмендә еңеү яуланы. Шулай уҡ өс сығарылыш уҡыусыһы башҡорт теленән имтиханды “дүрт”кә тапшырҙы.
Булат Назиф улы НОҒОМАНОВ, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
— Күпмелер кимәлдә телебеҙҙе һаҡлау буйынса саралар үткәрелә, әммә туған телдең нигеҙе ғаиләнән башлана. Хәҙер, үкенескә күрә, ауылдарҙа ла туған телдәрендә һөйләшеүсе балалар кәмей бара. Мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре йылдан-йыл ҡыҫҡартыла. Туған тел, милләт мәсьәләһе күптәрҙе уйландыра торгандыр...
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Фото Булат Назиф улының шәхси архивынан алынды.