6, 7, 8 сентябрҙә Бишбүләк районындағы һайлау учаскаларында Башҡортостан Республикаһы Башлығы өсөн тауыш биреүҙең икенсе көнө бара, шулай уҡ урындағы советтарға депутаттар һайлана. Һайлауҙар тыныс һәм ғәҙел үтһен өсөн һәр участкала күҙәтеүселәр эшләй.
Набережный ауылында Зөлфиә Мортазина һайлау барышында күҙәтеүсе булһа, уның улы, йәғни Бәләбәй электрлаштырыу һәм механизациялау колледжының Бишбүләк филиалы икенсе курс студенты Рафаэль Мортазин һайлауҙа ирекмән булараҡ ярҙам итә.
— Мин 1377-се һайлау участкаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан күҙәтеүсе булып торам, — тип белдерә күмәк бала әсәһе. — Был сәйәси сара халҡыбыҙ өсөн бик мөһим. һәр йәмәғәт күҙәтеүсеһе кеүек, мин дә уҡыуҙар үттем. Күп кенә ҡыҙыҡлы һәм мөһим нәмәләрҙе белдем. Бындай сарала беренсе йыл ғына ҡатнашмайым, шуға күрә үҙемде тәжрибәле күҙәтеүселәр рәтенә индерәм.
Зөлфиә Зәки ҡыҙы тауыш биреү барышын күҙәтеү һәм уны социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыу бурысын атҡара.
- Мин мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм ктапхансы булып эшләйем, шуға күрә ауыл халҡы яҡшы таныш. һайлау тыныс шарттарҙа үтә, ауылдаштарымдың күбеһе үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде. Һайлауҙың өсөнсө көнө лә имен үтер. тип ышанам. Әүҙемлек һәм берҙәмлек күрһәтеп, үҙебеҙ теләгән кандидаттар өсөн тауыш бирәйек, яҡташтар!