Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
7 Сентябрь 2024, 10:02

Һәр тауыш мөһим

Айыт күп функциялы үҙәгендә Башҡортостан Башлығы өсөн тауыш биреү дауам итә

Һәр тауыш мөһимҺәр тауыш мөһим
Һәр тауыш мөһим

6 сентябрҙә Бишбүләк районында, барлыҡ республикалағы кеүек, Башҡортостан Башлығын һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау буйынса берҙәм тауыш биреү башланды.

Кисә эш көнө булғанлыҡтан, кемдәрҙер ваҡыт еткерә алмаған булһа, бөгөн иркенләп һайлау учаткаһына килә. Айыт ауылының күп функциялы мәҙәни үҙәгендә байрамса кәйеф сағыла, бында бар ғаилә менән һайлауға килеүселәрҙе ихлас ҡаршы алалар. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисереүсе хаҡлы ялдағылар ҙа, балалары менән килеүсе йәш ғаилә парҙары ла, ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләгән өлкән быуын да мөһим сарала ҡатнашыу өсөн килгән. Һәр кемдең ҡиммәтле бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар, шулай уҡ проект партнерҙарынан һатып алыуҙа ташламалар хоҡуғы биргән «Рәхмәт» беләҙектәрен алыу мөмкинлеге бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 6, 7 и 9 сентябрендә Берҙәм тауыш биреү көнө үтә. Граждандар өсөн һайлау участкалары сәғәт 8:00 киске 20:00 тиклем эшләй. 

Һәр тауыш мөһим
Һәр тауыш мөһим
Һәр тауыш мөһим
Һәр тауыш мөһим
Автор:Гумерова Л
Читайте нас