Ауылда йәшәүселәрҙең күбеһен өлкән йәштәгеләр тәшкил итә. Электән килгән йола буйынса улар был мөһим сараға үтә яуаплы ҡарай. Шуныһы ҡыуаныслы: ауыл халҡының күпселек өлөшө һайлау участкаларына үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдереү килде.
Бында тотош ғаиләләре, хатта бер нисә быуын кешеләре байрамға кейенеп, мәҙәниәт йортондағы һайлау участкаһына килде. Мәҫәлән, хаҡлы ялдағы Семеновтар һәм уларҙың улы менән килене Резеда һәм Шуныһы ҡыуаныслы: ауыл халҡының күпселек өлөшө һайлау участкаларына үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдереү өсөн тотош ғаиләләре килгән, улар араһында хатта бер нисә быуынды ла күрергә була ине. Мәҫәлән, хаҡлы ялдағы Семеновтар һәм уларҙың улы менән килене Резеда һәм Евгений, шулай уҡ Казанцевтар, Таҡутдиновтар, Лоҡмановтар, Арыҫлыновтар һ.б. Ә оло йәштәгеләр һайлау комиссияһы ағзаларын һәр саҡтағыса өйҙәрендә көтөп тора, был юлы башҡалар менән бер рәттән ауылдың иң өлкән йәштәге кешеһе - 91 йәшлек Виталий Яковлевич Алексеев ил-көндәр тыныс булһын тигән теләктәрен еткереп, һайлауҙа ҡатнашҡан.