+30 °С
Болотло
Уның йәшел йәш өлөшө ашау өсөн ҡулланыла: салаттарға, винегреттарға, сыр, ит һәм балыҡтан, йәшелсәнән әҙерләнгән ашамлыҡтарға өҫтәлә. Шулай уҡ уны һөт һәм борсаҡ аштарына, кеүәҫкә, ҡайнатмаларға ҡушалар. Баҡсасылар күберәк лимон есле бөтнөктө (дарыу мелиссаһын) үҫтерә.
Бөтнөктө, дауалау сараһы булараҡ, ванналар кергәндә ҡулланалар, ул нервыларҙың көсөргәнешен кәметә. Унан һуң бөтнөктән яһалғна сәй дезинфекция сараһы булараҡ ауыҙҙы сайҡатыу өсөн бик файҙалы һанала.
baltachtan.ru