Әнүәр Зөфәр улы 1954 йылдың 6 сентябрендә Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған. Ул мәктәп йылдарында уҡ яҙыу-һыҙыуға маһир була, ун ике йәшендә матбуғатта тәүге мәҡәләләре баҫыла башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, Ҡытай сигендә хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтышлай уҡ университетҡа “һуғыла”. Рабфакты тамамлап, дүрт имтихан тапшырғас, йәнә ике имтихан биреп, татар-рус бүлегенә уҡырға керә. Башҡорт дүләт университетын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта. Район гәзитендә хеҙмәт итә. Бер аҙҙан уны район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Мәскәү юғары уҡыу йортонда ла белемен камиллаштырырға форсат табыла. Мәктәп йылдарында уҡ мәҡәләләре “Йәш ленинсы”, ”Ленинец”, ”Ҡыҙыл таң”, хатта Мәскәүҙәге “Советский патриот” гәзиттәрендә, студент осоронда ГДР-ҙа баҫылған авторҙы журналистика нисек тә үҙенә тарта. Заманында ул “Өмөт” гәзитен ойоштороуҙа ҡатнаша, һуңыраҡ “Ҡыҙыл таң”да хәбәрсе, бүлек мөдире, үҙ хәбәрселәр селтәре етәксеһе булып эшләй. Туғыҙ китап, байтаҡ шиғырҙар, йырҙар авторы. Танылған композитор Рәйес Ханнанов менән бергә яҙылған “Тыуған яҡ юлдары” йыры Илнур Муллағәлиев башҡарыуында Башҡортостандың “Юлдаш” радиоһы хит-парадында (2023 йыл) беренсе урын алды. Фәтих Кәрим, Динис Бүләков исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, ”Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, РФ Журналистар берләшмәһенең, БР Дәүләт Йыйылышы — ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары эйәһе. Башҡортостанда йәшәп ижад итеүселәр араһында беренсе булып “Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған журналист та әле ул. Тәжрибәле матбуғат хеҙмәткәре булараҡ, берҙәй әҙәби тел менән татарса ла, башҡортса ла ижат итә. Өҫтәүенә, Әнүәр Сөләйманов ”Башҡортостан”, ”Ҡыҙыл таң” республика гәзиттәренең лауреаты ла. Уның исеме иһә “Бишбүләк районының данлыҡлы шәхестәре” китабына индерелгән.
Ҡәләме үткер журналист тиҫтә йылдар буйына йыйылған материалдарын повесть жанрында уҡыусыға тәҡдим итә. Ғүмер китабын ул поэтик яңғыраштағы исемменән “Тыңласы, замандаш, йөрәк тибешемде!” (2023 ) тип атай. Күңеле ҡушҡанға, сабырлыҡ кәсәләре тулышҡанға ҡулына ҡәләм ала ул. Тормошта үҙәк өҙөрҙәй, шулай уҡ һөйөнөслө миҙгелдәрҙе һайлап ҡына ҡағыҙ биттәренә төшөрә. Был әҫәрҙәге сюжеттар күктән түгел, ә оҙаҡ йылдар бәғерҙәрҙе телеп, яҙыусының йөрәк түренән күңел емеше булып өҙөлөп төшкән ул. Бында табыш менән әрнеүле юғалтыуҙар, изгелек менән яуызлыҡтың “сәкәләшеүе”, инициативалы йәш етәксенең райком тyрәләре менән уртаҡ тел таба алмауы арҡаһында “нужа ҡаласын кимереүе”, хистәрҙән көлөү, теҙ сүкмәгән геройҙың әсе яҙмышы йән ауазы, йөрәк ҡаны менән яҙылған.
Мәшәҡәтле журналистика хеҙмәте ваҡытын күп алһа ла, Әнүәр Зөфәр улы әҙәби ижадҡа ла, китаптар нәшер итеүгә лә форсат таба. Уның 4 китабы донъя күргән. Шуларның иң күләмлеһе – “Ерҙәге йондоҙҙар” исемле. Унда авторҙың Башҡортостанда һәм Татарстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ хаҡында яҙылған очерктары, һүрәтләмәләре һәм әңгәмәләре урын алған. Барлығы 57 атаҡлы шәхес тураһында бай мәғлүмат алып була ул китаптан.
Әнүәр Сөләйманов хаҡлы ялға сыҡҡас та, тормош иптәше Роза менән атай нигеҙенә ҡайтып төпләнә, ихатаны аллы-гөллө сәскәгә күмәләр. Беседкаһы, декоратив ҡойоһо, бәләкәй күпер, ел тирмәне, етмеш төрлө сәскә, емеш ағастары булған йорт-ихатаһына кереп, йыраҡтан ҡайтҡан яҡташтар фотоға ла төшөп китәләр. Әлбиттә, Әнүәр Сөләйманов атаһының оҫтаханаһында уның үҙ ҡулдары менән ағастан, тимерҙән, ҡалайҙан яһаған эш ҡоралдары, йорт йыhаздары музейын булдырыуы тирә-яҡтағылар өсөн ҙур яңылыҡ. Бер мөйөштә әсәһе Мөнәүәрә Ғимазетдин ҡыҙының ҡул эштәре, икенсеһендә туғаны, юғары белемле рәссам-педагог Мәрүәр Зөфәр улының рәсемдәре, сүкеп яһалған әйберҙәре, hәммәһенең фотолары урынлаштырылған. Әлеге йорттан йыраҡ түгел генә “Әсәйҙәр шишмәһе”н өр-яңынан төҙөкләндереү, эргәһендә ағастар ултыртып, парк, ауылдаш фронтовиктар хөрмәтенә хәтер таҡтаһы булдырыу, ”Һаумыһығыҙ, туғандар!”, “Урамдаштар”, “Иҫәнмеһеҙ, замандаштар!” байрамдарын ойотороуҙы – hәммәһен үҙ өҫтөнә алған тынғыһыҙ йән эйәһе ул. Заманында тыуған колхозына яңы “Т-170” тракторы ҡайтартыуға, Рәшит Шәриповҡа, Ғабдулла Фәритовҡа, Ғабдулла Сираевҡа, Таhир Ахунйәновҡа иҫтәлек таҡталарын ҡуйҙыртыуға күп көс һалыусы ла. Уның ҡылған изге эштәрен һанап бөтөрөрөрлөк түгел. Ат йылында тыуғанғамы, әле лә ат кеүек эшләй ул: Башҡортостан, Татарстан матбуғатында журналистика ветеранының яҙмалары баҫылып тора. 70 йәшлек ғүмер байрамы алдынан “Ағыла болот ғүмер тауына” исемле үҙенсәлекле шиғырҙар китабы нәшер ителеүе лә матур күренеш. Бындағы күңелдәрҙе тетрәтерлек шиғыр юлдары күптәрҙе уйландырыр әле. Ижади әүҙемлеген бөгөнгө кеүек дауам итһен, һүнмәһен, һүрелмәһен, матур ғүмер байрамың мөбәрәк булһын, замандаш!
Рәфис ЗЫЯЗЕТДИНОВ, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Фото шәхси архивтан.