Ҡояшлы йылы көндәрҙә һәр кем күберәк саф һауала булырға тырыша. Кескәйҙәргә иһә йылдың төрлө миҙгелендә эсккурсияға барыу оҡшай. Әлеге йылы көндәрҙә "Торнаҡай" балалар баҡсаһының өлкән һәр урта йәштәгеләр төркөмө С. Әхмәтов исемендәге паркка «поход»ҡа барҙы. Унда барыр алдынан балалар менән тәбиғәттә үҙеңде тотоу һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында әңгәмә үткәрелде.
Малай һәм ҡыҙҙар алтын көҙҙөң сағыу төҫтәре менән һоҡланды, төрлө төҫкә мансыла башлаған ағастарҙы ҡараны. Был сәйәхәт тәрбиәләнеүселәр өсөн тәбиғәттә булыу ғына түгел, ә күп нәмәләрҙе өйрәнеү йәһәтенән мауыҡтырғыс та булды. Балалар рәхәтләнеп саф һауала уйнаны, һикерҙе, йүгерҙе. Тәбиғәттә ризыҡтар айырыуса тәмле тойола, ата-әсәләр әҙерләп ебәргән бутерброд, емеш-еләк һәм тәмлекәстәрҙе бергәләп ашанылар. Был сәйәхәт барыһына ла оҡшаны, балалар баҡсаһына ҡайтҡас та, улар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
https://vk.com/public210640710