Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Сентябрь , 16:04

Тарих онотолмай...

Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе уҡыусылары Ҡыҙыл армия һалдаттары ерләнгән туғандар ҡәберлеген тәртипкә килтерҙе

Тарих онотолмай...
Тарих онотолмай...

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының сигендә йәғни Бишбүләк-Миәкә юлында туғандар ҡәберлеге бар. Унда 28 ҡыҙыл армия һалдаты ерләнгән.

Ауыл мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары етәкселәре Әхмәтова Р.И һәм тормош именлеге дәрестәрен алып барыусы Әхмәтйәнов Г.В. менән һәйкәлдең тирә-яғын йыйыштырҙы. Римма Индус ҡыҙы был обелисктың тарихы менән таныштырып үтте.

Һәр кем эш ҡоралдары ярҙамында биләмәне тәртипкә килтерҙе. Берәүҙәр һарғайған үләндәрҙе сапһа, икенселәр көрәк, һепетке ярҙамында обелиск тирәһен йыйыштырҙы һәм күп йыллыҡ сәскәләр ултыртты.  

- Иҫтәлекле урынды төҙөкләндереү - был беҙ башҡарған эштәрҙең бик бәләкәй генә өлөшө. Беҙгә яҡты, тыныс көндәр бүләк итеү өсөн ғүмерҙәрен аямай, ҡан ҡойған яугирҙәребеҙ алдында мәңге бурыслыбыҙ, киләсәктә лә был урынды тәртипә тотасаҡбыҙ, - ти йәш быуын.

Фотолар: Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбе сайтынан. 

Тарих онотолмай...
Тарих онотолмай...
Тарих онотолмай...
Тарих онотолмай...
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: