Республика Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәләрен үтәү сиктәрендә имировой юстиция эше өсөн тейешле шарттар булдырыу маҡсатында финанслау бүленеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Бишбүләк районы мировой судьяһы суд участогының офис биналары тулынса ремонтланды. Был әһәмиәтле, һөйөнөслө һәм оҙаҡ көтөлгән ваҡиға булды, сөнки хәҙер судьяларҙың ғәҙел хөкөм итеү мөммкинлеге, ә граждандарҙың килеп тыуған бәхeстәрҙе уңайлы, тыныс шарттарҙа хәл итеү мөмкинлеге бар.
Яңыртылған биналарҙы асыу тантанаһына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды рәйесе Раил Шәйҙуллин, Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары, тикшереү комитеты, адвокаттар коллегияһы етәкселәре h.б. килде.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләп үтеүенсә, халыҡтың мировой судьяларға булған ышанысы йылдан-йыл арта, был һөнәри оҫталыҡ, ҙур эш hәм тырыш хеҙмәт дәлиле булып тора. Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды рәйесе Раил Шәйҙуллин һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, суд участогы биналары хәҙер уларға ҡуйылған барлыҡ талаптарға яуап бирә. БР Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле Бишбүләк районы буйынса мировой судьяһының суд участогы планлаштырылған hәм үткәрелә торған күп кенә ремонт эштәренең береһе, тип билдәләп үтте. Ремонт эштәрен башҡарыуға республика бюджетынан 7,5 млн һумдан ашыу аҡса бүлеп бирелгән. Был суммаға эш кабинеттары тулыһынса ремонтланған,
Суд участкаларының яңыртылған биналары хеҙмәткәрҙәрҙең эше өсөн уңайлылыҡ кимәле, килеүселәрҙе ҡабул итеү буйынса нормативтарға тап килә: суд ултырыштары залдары, судьялар һәм мировой судьялар аппараты хеҙмәткәрҙәренең кабинеттары, архив биналары менән тәьмин ителгән, видеокүҙәтеү системалары, полиция хеҙмәткәрҙәрен ашығыс саҡырыу төймәләре, стационар һәм ҡул металл детекторҙары менән йыһазландырылған. территория төҙөкләндерелгән.
Ҡыҙыл символик таҫманы киҫеү һәм яңыртылған суд участогы бинаһын асыу хоҡуғы Ирек Сәғитовҡа, Рәил Шәйҙуллинға, Владимир Спелеға бирелде. Шунан һуң ҡунаҡтар бинаның яңыртылған бүлмәләренә уҙҙы. Бишбүләк районы буйынса мировой судьяһының суд участогы ысын суд храмы буласаҡ, унда граждандарҙың хоҡуҡтары hәм иректәре яҡланасаҡ.
Владимир СМОЛОВ.
Олег ЛЕОНТЬЕВ фотоһы.