Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь , 10:02

Был машина кешеһеҙ йөрөйәсәк

Өфө йәштәре алдынғы техника эшләй.

Был машина кешеһеҙ йөрөйәсәк
Был машина кешеһеҙ йөрөйәсәк

Өфө фән һәм технологиялар университетының «Формула студент» студенттар конструкторҙар бюроһының буласаҡ инженерҙары ярыш трассаһы буйлап үҙаллы хәрәкәт иткән идара итеү системаһы булған пилотһыҙ уҙыш болидын булдырыу өҫтөндә эшләй.

Driverless-кар проекты өҫтөндә егеттәр бер нисә йыл шөғөлләнә һәм эште яйлап уны тормошҡа ашырыуға яҡынлаша. Бензин двигателле болид төҙөүҙе команда уңышлы башҡара, ике йыл рәттән Formula Student Russia ярыштарында Рәсәй ҡатнашыусылары араһында иң яҡшыһы булалар.

Пилотһыҙ болидтың тәүге һынауҙары быйыл ноябргә планлаштырылған, ә тулы һынауҙар 2025 йылдың йәйендә «Formula Student» халыҡ-ара ярыштарында үтәсәк. Быйыл команда Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан, "Евразия" ғилми-белем биреү фондынан һәм Өфө фән һәм технологиялар университетынан дөйөм 2,5 миллион һумдан ашыу суммаға бер нисә грант отто, был артабанғы эшкә яҡшы этәргес бирәсәк.

"Формула студент" командаһы етәксеһе Максим Рәжәпов һүҙҙәренсә, бөгөн пилотһыҙ аппаратты эшләүгә Бауман исемендәге Мәскәү универсететы студенттары яҡыныраҡ. Улар бер нисә һынау үткәргән, әммә әле тулы ҡеүәтенә сығыш яһай алмаған.

Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһына айтишник студенттар ҙа ингән, сит ил вәкилдәре лә ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, проектҡа Мысырҙан студент ҡушылған да инде. Студенттарҙың инженер ижады сикһеҙ, ҡайһы берҙә яңы кешеләр инновацион хәл итеү юлын тәҡдим итә, - тип комментарий бирә команданың остазы.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24923/

Был машина кешеһеҙ йөрөйәсәк
Был машина кешеһеҙ йөрөйәсәк
Автор:
Читайте нас: