Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь , 15:57

Уңыш бөгөн хәстәрләнә

Каменка ауылындағы Анатолий Трофимов крәҫтиән-фермер хужалығында механизатор коллективы урып-йыйыу эштәрен үҙ мәлендә башҡарып сығыу өсөн тырышып эшләй

Уңыш бөгөн хәстәрләнә
Уңыш бөгөн хәстәрләнә

Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы урып-йыйыу эштәре барышын тотҡарланы. Республика игенселәре был көндәрҙә, ниhайәт, иген культураларының яртыһын йыйып алды, hәм уңыш ике миллион тоннанан ашыу тәшкил итте. Бишбүләк игенселәре лә сентябрь айының hәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеп, иртәнән кискә ҡәҙәр эшләй. Иген культуралары 46 787 гектар майҙанда 52 процент сабылған hәм 24 714 гектарҙа йыйып алынған. Бөгөнгө көндә 48 368 тонна иген бар. Район буйынса уртаса уңыш гектарынан 19,6 центнер тәшкил итә. Арыш һәм бойҙайҙы урып-йыйыу эштәре тамамланып килә. Районда 34 465 гектар майҙанда яҙғы һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың да яртыһынан күберәге йыйылған, был йәһәттән һуңғыһының уңышы кәмерәк.

Механизаторҙарҙың эшен оҫта ойоштороп hәм техниканы дөрөҫ файҙаланып, әбейҙәр сыуағының аяҙ көндәрендә урып-йыйыу эштәрен тамамлаған хужалыҡтарҙы күҙ тейер, тип ҡурҡмайынса  атап була. Тулыбай ауылында Рәфил Арыҫланов hәм Лысогорка ауылында Сергей Антонов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары урып-йыйыу эштәрен уңышлы башҡарып сыҡты. Бындай эштәр Дим ауылындағы Азат Минәхмәтов, Каменка ауылындағы Анатолий Трофимов крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла тамамланып килә.

Каменка игенселәре йыл һайын Бишбүләк агросәнәғәт комплексының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә юғары уңышҡа ирешеүҙәре менән үҙҙәренең хеҙмәт һөйөүсәнлеген иҫбатлайҙар. Күрәһең, уларҙың игенсе ҡулдары ла еңелдер, ерҙәре лә уңдырышлыраҡтыр. Юғиһә, быйыл Трофимов хужалығында hәр гектарынан уртаса 25 центнер  уңыш алыныуын нисек аңлатырға. Ужым культуралары буйынса ла шундай уҡ күрһәткес, ә бына яҙғы культуралар бер аҙ күберәк — гектарынан 27 центнер сыҡҡан.

— Беҙҙең хужалыҡ оҙаҡ йылдар игенселек менән шөғөлләнә. Теүәлерәк әйткәндә, үҫемлекселек менән генә шөғөлләнәбеҙ, — ти районда алдынғы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Анатолий Петрович Трофимов. — Беҙҙең сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 2200 гектар. 967 гектарҙа — иген культуралары, техник культуралар — 500 гектар, пар ерҙәре  — шулай уҡ  500 гектар. Көҙгө байҙайҙы киләһе йыл уңышы өсөн 393 гектар ерҙә сәстек. Ҡыҫҡаһы, урып-йыйыу эштәре финиш һыҙығына яҡынлаша. Был план күрһәткестәренең 80 процентын тәшкил итә. Yҫемлекселек өсөн ҡатмарлы булған был йылда көҙгө бойҙай яҡшы уңышы менән һөйөндөрҙө, hәр гектарҙан 32 центнер сыҡты. Әлбиттә, арыш та яҡшы уңды. Әле беҙҙең комбайндар ҡарабойҙай йыя. Район гәзитенең яңы һаны сыҡҡансы, беҙ уны тулыһынса йыйып аласаҡбыҙ. Ҡарабойҙайҙың уңышы гектарынан 20-шәр центнер сыға. Теләһә ҡайһы хужалыҡ етәксеһе уңыш өсөн көрәштә hәр ваҡыт кадрҙар hәм техниканың төҙөк булыуы хәл итә, тип әйтер.

Анатолий Трофимов 2024 йылда үҙ хужалығында һатып алынған техника тураһында һөйләне. Былар — биш миллион һумдан артыҡ хаҡҡа үҙебеҙҙә етештерелгән яңы ашлыҡ киптергес hәм ете метр киңлектәге тағылма урғыс. Фермер үҙенең ҙур булмаған, ләкин бик татыу һәм хеҙмәт һөйөүсән, урып-йыйыу эштәренә йәлеп ителгән механизаторҙар штатын ғорурланып һанап үтте. Былар — ике «ДОН-1500 Б» иген йыйыу комбайнында эшләүсе Алексей Владимирович Иванов менән Михаил Иванович Попов.  Иген культураларын МТЗ 1221 тракторында Фәдис Ризат улы Бәшәров, КПС-5Гда Андрей Иванович Грешняков heм МТЗ 82.1 тракторында Николай Викторович Моисеев сабып яҫмаларға һалған. КамАЗ машинаһында Сергей Николаевич Яковлев, ГАЗ-53 машинаһында Рәфис Рим улы Иҫәнғолов hәм ГАЗ-53 машинаһында Максим Николаевич Мишагин игенде баҫыуҙан ындыр табағына ташыуҙы дауам итә. Ремонт эштәре өсөн Александр Александрович Тиктенко яуаплы. Улар  аяҙ көндәрҙә уңышты тулыһынса йыйып алыу өсөн бар көстәрен һала.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

Артур Амур улы ҒӘЛИЕВ, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идараһы башлығы:

— Район буйынса иген культураларының урып-йыйыу майҙаны 46787 гектар тәшкил итә, шул иҫәптән көҙгө культуралар — 12332 гектар. 11 сентябргә ҡарата район буйынса иген 24714 гектарҙа (52,5%), шул иҫәптeн көҙгө культуралар 9641 гектарҙа (78,2%) йыйып алынды.

Арыҫланов Р.М., Минәхмeтов А.Т., Антонов С.В., Трофимов А.П., Милютин А.Н. хужалыҡтары, «Марс», Калинин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Киров исемендәге кооперативтың күрһәткестәре насар түгел.

 

Уңыш бөгөн хәстәрләнә
Уңыш бөгөн хәстәрләнә
Автор:
Читайте нас: