Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Сентябрь , 10:45

Башҡортостанда - «Ҡатыҡ байрамы» үтте

 28 сентябрҙә Шишмә районында үткән сарала 11 райондан ҡунаҡтар ҡатнашҡан. 

Башҡортостанда - «Ҡатыҡ байрамы» үтте
Башҡортостанда - «Ҡатыҡ байрамы» үтте

Ҡунаҡтарҙы байрам уҙасаҡ ергә 50-се йылдарҙағы ретро-машиналарҙа һәм ат егелгән арбаларға ултыртып алып килделәр.
Түбән Тирмә ауылында йәшәүсе 92 яшьлек Нәйфә Мансурова ҡунаҡтарға бала сағында әсәһе менән Өфөгә ҡатыҡ һатырға барыуҙары тураһында һөйләне.

- Беҙҙең әсәйҙәр, беренсе электричкаға өлгөрөү өсөн иртә таңдан тороп, көйәнтәләргә биҙрә аҫып йәйәүләп тимер юл вокзалына бара торғайны. Ҡала халҡы ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын көйәнтәле фәрештәләр тип кенә атайҙар ине. Ул ваҡытта күптәр көнөнә бер стакан ҡатыҡ менән бер ҡыйырсыҡ икмәк кенә ала алған бит. Ә беҙ ҡатыҡ һатҡан аҡсаға икмәк, кейем-һалым һатып алып, өйгә ҡайта инек, - тип иҫкә ала Нәйфә Фәһимшә ҡыҙы ул осорҙо.

Байрам сараһы «Көйәнтәле фәрештәләр» тип аталған тамаша менән башланды.

Ҡунаҡтар һәм район халҡы өсөн 450 литр ҡатыҡ әҙерләнгәйне. Ҡатыҡ тултырылған ҙур бак парк түренә ҡуйылды. Милли кейемдәр кейгән, ҡулдарына бидондар тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡатыҡ менән һыйланы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр ауылдың үҙ рецебы булған, ул быуындан-быуынға тапшырыла килгән.
Еңеү паркында Кушнарен, Мишкә, Туймазы, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Дүртөйлө, Шаран, Балтач һәм Саҡмағош райондары вәкилдәренең милли утарҙары урынлашҡайны. Байрам барышында фольклор коллективтарының, төрлө ансамбдәренең смотр-конкурсы ла уҙҙы. Унда Шишмә районы коллективтары ғына түгел, күрше райондарҙан килгән ҡунаҡтар да ҡатнашты. «Ҡатыҡ байрамы»нда «Иң күркәм милли хужалыҡ», «Иң яҡшы фольклор коллектив», «Иң яҡшы солист» һәм «Иң яҡшы ансамбль» номинацияларында ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.
Байрам кискә ҡәҙәр дауам итте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Әхмәтова концерт программаһы менән сығыш яһаны, һуңынан этнодискотека ойошторолдо.

Башинформ. 

 

Башҡортостанда - «Ҡатыҡ байрамы» үтте
Башҡортостанда - «Ҡатыҡ байрамы» үтте
Башҡортостанда - «Ҡатыҡ байрамы» үтте
Башҡортостанда - «Ҡатыҡ байрамы» үтте
Автор:
Читайте нас: