Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь , 21:46

Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр

Ҡасҡын ауылында өлкән йәштәгеләр өсөн байрам ойошторолдо

Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр
Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр

Йыл һайын, көҙ еткәс, беренсе октябрь көнөндә, беҙ Өлкәндәр көнөн билдәләп үтәбеҙ. Был байрам юҡҡа ғына көҙ айында билдәләнмәй торғандыр. Сөнки беҙ был миҙгелдә йыл буйына тырышлыҡ һалынған хеҙмәттең емештәрен тирәбеҙ. Ғүмер көҙҙәрен ҡаршылаусы олпат йәштәгеләрҙең ғорурланырлыҡ урыны бар. Уларҙың барыһы ла үҙ заманында колхоз тормошонда ҡайнап йәшәгән, ишле балалар үҫтергән.

Ҡасҡын ауылының мәҙәниәт йортонда ла, ғәҙәттәгесә, ауылдың өлкән йәштәгеләре өсөн байрам ойошторолдо.  Үҙҙәренең аҡыллы кәңәштәре, сабырлыҡтары менән йәш быуынға үрнәк булып торған, ауыл йәме булған инәй-бабайҙар табын түренән урын алды.  Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының тырышлығы менән әҙерләнгән мул табында өлкән быуын хөрмәтенә йылы һүҙҙәр әйтелде, ауылдаштарын байрам менән тәбрикләргә тип район хәкимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Амур улы Ғәлиев, шулай уҡ Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы рәйесе Рәсиф Ниғмәтйәнов тә килгәйне.

Белеүебеҙсә, өлкән быуын иңенә бик күп ауырлыҡтар төшкән. Һынауҙарға бирешмәй, лайыҡлы тормош юлы үткән юилярҙар - 85 йәшлек Кәшифә Ғәлиева һәм Вәсим Шәмғоловҡа, 80 йәшлек Мәйсәрә Ғәйзуллинаға иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде, бергәләп тәмле ризыҡтар менән сәй эсеп, күңел түренә үтеп инерҙәй йырҙар, эскерһеҙ һөйләшеүҙәр күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Сара Уйылданова йтеүенсә, был көндә йөрөй алмаған ауылдаштар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған, уларҙы өйҙәренә барып ҡотлағандар.

Ваҡыт тиҙ уҙа, Өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен ине.

Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр
Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр
Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр
Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр
Тормош йәме һеҙ, өлкәндәр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: