Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь , 10:52

Витаминдар хазинаһы

Был ҡатнашма иммунитетты нығытыу, гемоглобинды күтәреү һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн файҙалы.

Витаминдар хазинаһы
Витаминдар хазинаһы

Уны әҙерләү өсөн бер нисә емеш кәрәк буласаҡ. 

Курага, йөҙөм, ҡара емеш, инжир, грек сәтләүеге, лимон һәм бал кәрәк була. Уларҙың массаһы 200 грамм булырға тейеш.

Бөтә емештәрҙе лә яҡшы итеп йыуып киптерергә, лимонды фәҡәт ҡайнаған һыу менән йыуырға, артабан бөтә емештәрҙе лә ир үткәргес аша үткәреп барыһын да ҡушып болғарға. Дауа әҙер! Һыуытҡыста һаҡларға онотмағыҙ! Балаларға көнөнә бер тапҡыр 1 сәй ҡалағы, өлкәндәр өсөн көнөнә ике тапҡыр 1 аш ҡалағы ҡабул итергә. 1 ай дауамында эсергә. 

Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Витаминдар хазинаһы
Витаминдар хазинаһы
Автор:
Читайте нас: