Әлеге байрам райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендәге кеүек, шул иҫәптән Бишбүләк ауылындағы Бәләбәй электрлаштырыу һәм механикалаштырыу колледжында ла бик матур үтте. Бер нисә йылға йәшәреп киткәндәй тойолған өлкән йәштәгеләр бер аҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, ихлас күңелдән аралашты.
Сараға килеүселәрҙе уҡыу йорто етәксеһе Ринат Зөфәр улы Әфләтунов ҡотланы. Ҡыҙҙар һәм егеттәр хеҙмәт ветерандарына күңелдәренән сыҡҡан йырҙарын һәм дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Концерттан һуң табын артына саҡырҙылар. Бында улар һөйләшеп, туған хужалыҡтарындағы яңылыҡтар тураһында һорашып ултырҙы, бергә эшләгән йылдарын иҫкә алды.
https://vk.com/public95382440