«Ауыл — ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тамырҙарыбыҙ. Беҙ ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ». Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе, 2022 йылдың 15 декабре.
Ауыл халҡы көйәнтә-силәктәр тотоп шишмәнән һыу алырға барған саҡтар үткәндә ҡалды. Хәҙер хатта бәләкәй генә ауылдарҙа ла үҙҙәренең һыуүткәргестәре бар, ул проект буйынса тейешенсә, туранан-тура аш-һыу бүлмәһенә кертелгән, тораҡ йорттарға тоташтырылған.
— Баҙлыҡ ауыл Советының Пурлыга ауылында йәшәүселәрҙең иҫкергән һыуүткәргесен алыштырыуҙаярҙам итеү үтенесенә беҙ бик тиҙ яуап бирергә тырыштыҡ, — ти «Бижбулякводоканалсервис» йәмғиәте етәксеһе Андрей Валерьевич Михайлов. — Башта хәлде өйрәндек, проект- смета документацияһын әҙерләнек. Йылылыҡ-һыу менән тәьмин итеү hәм ташландыҡ һыуҙары ағыҙыу буйынса хеҙмәт төрҙөрен яйға һалыусы, халыҡҡа коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн коммуналь ресурстар менән тәьмин итеүсе, коммуналь хужалыҡ объекттарының көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә сығымдарын ҡаплауҙы тәьмин итмәй торған ойошманың тотороҡло эшләүенә бәйле субсидиялар аҡсаһы иҫәбенән ҙур хеҙмәт талап итә торған эш башҡарырға булдыҡ. Кәрәкле материал әҙерләнгәс — былар нигеҙҙә ҡеүәтле СУПМ электр насосы, пластик торбалар hәм ағыҙыу ҡойолары, шулай уҡ траншея ҡаҙыу өсөн экскаватор — эш башланды. Ул 15 августан алып 24 сентябргә ҡәҙәр дауам итте. Ҡуйылған бурысты беҙҙең һыуүткәргестәрҙең мобиль бригадаһы яҡшы үтәне, һәр шишмәлә яңы электр насосы монтажлады, ауылдың барлыҡ урамына 830 метр оҙонлоҡтағы пластик торба һалды, ун биш тораҡ йортҡа һыу керетте, дүрт бетон һыу ағыҙыу ҡулсаһы ҡуйҙы. Шулай итеп, бәләкәй ауылдың барлыҡ халҡының хәҙер һыуҙары өйҙәрендә крандан аға. Мастер Хәниф Рәшит улы Шәймәрҙәнов, иретеп йәбештереүсе Владимир Ильич Михайлов hәм слесарь-монтажсы Владимир Леонидович Кудряшовтың намыҫлы хеҙмәттәрен яҡшы һүҙҙәр менән билдәләп үткем килә. Пурлыгала йәшәүселәрҙең барыһы ла уларға башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтә.
— Беҙҙең ауылда һыуүткәргес бар ине, ләкин торбалар туҙған, уларҙың тоташҡан урындары күгәргән, шуға күрә ваҡыт-ваҡыт һыу бөтә ине, — тиҙәр Пурлыга ауылында йәшeүсе Николай Васильевич Захаров менән Александр Александрович Яковлев — Һыу өйҙәргә үҙе ағып килә ине. Беҙ был һыуүткәргесте нефтьселәр әле 1968 йылда уҡ һалғандарын яҡшы хәтерләйбеҙ. Ул ваҡытта беҙҙең ауылда 54 хужалыҡ бар ине. Һыуүткәргес үткәрелгән һәр йорттан нефтьселәр берeр тәкә hәм 45 һум аҡса алдылар. Хәҙер иһә барыһы ла башҡаса. Һәм — был бик шәп!
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотолары.