Быйыл көҙ бик йылы килде, шуға күрә гортензия һәм роза кеүек сәскәләрҙе һуңыраҡ ҡапларға тура килә. Синоптиктар төндә -10 градусҡа ҡәҙәр һалҡындар, ҡар яуыуын фаразлай. Тимәк, ныҡлап туңдырғансы күп йылылҡ сәскәләрҙең өҫтәрен ҡапларға кәрәк буласаҡ.
Төндә генә түгел, көндөҙ ҙә һауа температураһы минусҡа төшкәс, сәскәләрҙе ҡаплайҙар. Ҡышҡы һалҡындарҙан һаҡлау өсөн ҡыуаҡ төбөнә 10 – 15 сантиметр бейеклектә ҡоро субстрат – ҡом, ваҡ юнысҡы, ылыҫлы бысҡы сүбе ҡушылған япраҡ серетмәһен өйөп сығырға кәрәк буласаҡ. Эш барышында розаларҙың ҡалған япраҡтарын өҙөргә һәм һабаҡтарын 50 сантиметр ҡалдырып ҡырҡырға кәңәш ителә.
Бының өсөн ағас тартмалар ярҙамға килә. Һәр ҡыуаҡты ағас тартма менән ҡаплап, өҫтөнә пленка һалырға һәм ситтәрен кирбес менән баҫтырырға. Ә иң уңайлыһы – һәр ҡыуаҡты спанбонд йәки лутрасил кеүек туҡыма менән 4 – 5 ҡат уратырға, бау менән бәйләргә һәм өҫтөнән тоҡ кейҙерергә.
Ҡар яуғас, розаларҙы ҡар менән ҡапларға онотмағыҙ, шулай эшләгәндә, улар ҡышҡы һалҡындарҙа яҡшы һаҡланасаҡ.
ye102.ru