Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
17 Октябрь 2024, 17:44

“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?

Бишбүләк 1-cе урта мәктәбендә башҡорт шағиры, күренекле мәғрифәтсе М.Аҡмулланың ижады һәм тормошона арналған шиғриәт байрамы ойошторолдо

“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?

Райондың мәғариф бүлеге һәм "Мең ырыуҙары"төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә бер нисә йыл инде район балалары араһында ошондай матур конкурстар, кисәләр үткәрелә. Бөгөн, йәғни 17 октябрҙә, Бишбүләк 1-cе урта мәктәбендә "Аҡмулла уҡыуҙары"ойошторолдо.  Конкурстың маҡсаты – уҡыусыларҙы бөйөк мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижадын тәрән өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү мөһим бурыс булып тора.шиыр

Был көндә фойела башҡорт шағиры һәм күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған күргәҙмә әҙерләнгәйне. Туҡһанбай ауылы музейының ғилми хеҙмәткәре Рәйлә Абзалетдинова Аҡмулланың тормошо һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн килгән Айыт, Дим, Уҫаҡ-Кисеү, Йылбулаҡтамаҡ, Бишбүләк мәктәбе уҡыусылары тамаша залына йыйылды. Бишбүләк 1-cе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиҙә Муллағәлиева “Беҙҙең уҡыусылар араһында ла матур итеп башҡортса шиғыр һөйләүселәр бар’ тип, конкурсанттарҙы сәхнә түренә саҡырҙы. Cығыш яһаусыларҙан кемдер М.Аҡмулланың шиғырҙарын еренә еткереп һөйләһә, арала тексты тулыһынса белмәүселәр ҙә булды. Ҡунаҡтарға һәм жюри ағзаларына барыһынан да бигерәк Хәмитова Илүзәнең (Йылбулаҡтамаҡ, етәксеһе Кинйәбаева И.Р.) һәм ҡумыҙҙа уйнап, «Нәсихәттәр” шиғырын көйләп һөйләүсе Абайҙуллина Лидиананың (Дим мәктәбе, етәксеһе Тихонова Р.С.) сығыштары оҡшаны. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Уларҙы Альфред Әхтәм улы бүләкләп үтте.

Икенсе урындарҙы алыусылар - Әхмәтшин Ислам (Бишбүләк 1-cе мәктәбе, етәксеһе Муллағәлиева З.З), Данилова Полина (Бишбүләк 1-се мәктәбе, Ғәлимова Г.Т.), Халиҡова Лияна (Айыт, Мөхтәсимова Э.М.), Камалтдинова Әлмирә (Бишбүләк 3-сө мәктәбе, етәксеһе Семенова З.Р.) Уңышлы сығыш яһаған Динисламова Лилиана (Бишбүләк 1-се мәктәбе, Ғәлимова Г.Т.), Абдуллин Алмаз (Бишбүләк 2-се мәктәбе, Маликова А.М.), Хәкимуллин Эмиль (Айыт, Мөхтәсимова Э.М.), Гәрәева Гүзәл (Бишбүләк 3-сө мәктәбе, етәксеһе Семенова З.Р.) III дәрәжә диплом тапшырылды. “Иң шәп алып барыусы” номинацияһында Бишбүләк 1-се мәктәбе уҡыусылары Абдрахманова Юлиә менән Булатов Денис билдәләнде. Тырыш, ныҡышмал уҡыусыларыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә уңыштар, яңынан-яңы ижади үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.  

Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын төплө өйрәнеп, уның тураһында китап яҙған Фәнис Фәтих улы Янышев был юлы ла уҡыусылар алдында сығыш яһаны. Бәйгелә еңеүселәргә яҙыусының “Аҡмулла нәсихәттәре” китабы тапшырылды. Шиғриәт кисәһен Ғаяз Муллағәлиевтың йыры, дәртле бейеүҙәр йәмләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Назиф улы милли рух менән һуғарылған байрамды әҙерләүгә өлөш индергән уҡытыусыларға ихлас күңелдән рәхмәтен белдерҙе. Һәр сығышты иғтибар менән күҙәтеп ултырған Өфө ҡунағы – “Йәншишмә” гәзитенең хәбәрсеһе Римма Баймырҙина уҡыусыларға артабан да юғары уңыштарға ирешеүҙәрен теләне.

Күркәм сара Зөлфиҙә Муллағәлиеваның милли кейемдәрҙәге уҡыусылары менән бергә “Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк” йырын башҡарыу менән тамамланды. Эйе, шағир үҙе булмаһа ла, рухы бер ваҡытта ла һүнмәй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.  

“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
“Аҡмулла уҡыуҙар”нда кемдәр еңеүсе булды?
Автор:Гумерова Л
Читайте нас