Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Октябрь 2024, 08:37

Владимир Путин Азия шахмат федерацияһы президентына Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы

"Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы барышында Владимир Путин Азия шахмат федерацияһы президенты шәйех Солтан бин Хәлифә Әл Нахайян менән осрашты, тип хәбәр итә kremlin.ru.

Владимир Путин Азия шахмат федерацияһы президентына Дуҫлыҡ орденын тапшырҙыВладимир Путин Азия шахмат федерацияһы президентына Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы
Владимир Путин Азия шахмат федерацияһы президентына Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы

Владимир Путин ҡунаҡты сәләмләне һәм “Башҡортостан – спорт буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе”, тип хәбәр итте. “Илебеҙҙә һәм Башҡортостан Республикаһында шахматты яраталар, был интеллектуаль спорт төрө менән ихлас шөғөлләнәләр”, - тине ул.

Ил Президенты әйтеүенсә, бөгөн Рәсәйҙә даими рәүештә шахмат менән бер миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә.

Осрашыу ваҡытында Рәсәй дәүләте етәксеһе Солтан бин Хәлифә Әл Нахайянға Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шахмат спортын популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы.

“Илебеҙ халыҡ-ара ярыштар үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Һеҙҙең Рәсәй һәм Азия шахмат федерацияһы араһында был өлкәләге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙҙө билдәләү ҡыуаныслы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Был вазифала һеҙ халыҡ-ара спорт хеҙмәттәшлеген нығытыуға, шахматты популярлаштырыуға, һәләтле һәм перспективалы оҫталарҙы танытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Рәсәй менән бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә, шахматсыларыбыҙға – профессионалдарға ла, һәүәҫкәрҙәргә лә ярҙам итеүҙә һеҙҙең ролегеҙҙе айырым билдәләп үтәм. Ғали йәнәптәре, һеҙгә тапшырыласаҡ Дуҫлыҡ ордены – ул һеҙҙең шахматты үҫтереүҙәге, илдәребеҙ араһындағы изге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙәге ҡаҙаныштарығыҙҙы таныу билдәһе”.

Үҙ сиратында, Солтан бин Хәлифә Әл Нахайян Владимир Путиндың Рәсәй үҫешенә индергән тос өлөшөн билдәләне. Ул етәкләгән Азия шахмат федерацияһының “йәштәр шахмат хәрәкәтен үҫтереү өсөн тағы ла күберәк эшләргә әҙер” булыуын һәм “Аҡ ладья” ярыштарында ҡатнашыу мөмкинлеген ҙур теләк менән ҡараясағын билдәләне. “Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, минең үтенесем бар: Азия шахмат федерацияһында мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалығыҙ. Был беҙгә ҙурыраҡ баһа һәм әһәмиәт өҫтәй”, - тине ул.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/n

Владимир Путин Азия шахмат федерацияһы президентына Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы
Владимир Путин Азия шахмат федерацияһы президентына Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас