Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
20 Октябрь 2024, 09:55

Маҡсатыбыҙ — илебеҙҙең буласаҡ геройҙарын тәрбиәләү

Майҙасыҡтар эше барышында проектта ҡатнашыусылар «Беренселәр хәрәкәте»ндә остазлыҡ нигеҙҙәре менән таныштылар, шефлыҡ тураһында иреклелек сиге булараҡ белделәр, маҡтаулы ҡарауылдарҙың тарихына, ҡиммәттәренә һәм традицияларының мәғәнәләренәтөшөндөләр.

Маҡсатыбыҙ — илебеҙҙең буласаҡ геройҙарын тәрбиәләүМаҡсатыбыҙ — илебеҙҙең буласаҡ геройҙарын тәрбиәләү
Маҡсатыбыҙ — илебеҙҙең буласаҡ геройҙарын тәрбиәләү

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙҙең менән ҡатмарлы, әммә бик шәп осорҙа– саҡырыуҙар, яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр заманында йәшәйбеҙ. Һәм был юлды беҙ бергәләп лайыҡлы үтергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ беҙҙең өсөн – ҙур терәк һәм ярҙам. Йәштәребеҙ илдең һәм республиканың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуын раҫлай».

Аҡмулла университетының тарихи, хоҡуҡи hәм социаль-гуманитар белем биреү институтында «Тарихты һаҡлаусылар» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә «Мин — тарих һаҡлаусыларҙың амбассадоры» тип исемләнгән йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Әлеге сара «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар hәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк хәрәкәтенең төбәк бүлеге менән берлектә ойошторолдо. «Тарих һаҡсылары» — команда эше тураһында проект. Уныn төп маҡсаты — эшсәнлек алымын формалаштырыу аша тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса ҡиммәттәр системаһын нығытыу. Проекттың миссияһы — илдең буласаҡ геройҙарын hәм Ватаныбыҙҙың ысын патриоттарын тәрбиәләү. Унда беҙҙең райондан Константин Кудряшов (Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбе) hәм Екатерина Егорова (Баҙлыҡ ауылы К. Иванов исемендәге урта мәктәп) ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы тарихи, хоҡуҡи һәм социаль-гуманитар белем биреү институты директоры Оксана Шамиғолова сәләмләне. Мәртәбәле ҡунаҡтар булып Башҡортостан Республикаһының «Беренселәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе Советы рәйесе Ранис Хәсәнов, «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар ижтимағи ойошмаһы рәйесе Ирина Антонова, БР «Рәсәйҙең эҙләнеү хәрәкәте» төбәк советы рәйесе Владимир Волков, Башҡортостан Республикаһының Йәш армиясылар төбәк бyлексәһе штабы начальнигы урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Йәш армиясылар урындағы бүлексәһе штабы начальнигы Булат Ибраев килде.

Майҙасыҡтар эше барышында проектта ҡатнашыусылар «Беренселәр хәрәкәте»ндә остазлыҡ нигеҙҙәре менән таныштылар, шефлыҡ тураһында иреклелек сиге булараҡ белделәр, маҡтаулы ҡарауылдарҙың тарихына, ҡиммәттәренә һәм традицияларының мәғәнәләренә төшөндөләр. Сара ҡунаҡтарына ИИПСГО студенты Глеб Луцтың «Киләсәк археологияһы» виртуаль музейы проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре тәҡдим ителде. Һөнәри йүнәлеш биреү сиктәрендә ҡатнашыусылар hәм ҡунаҡтар алдында институттың кафедра мөдирҙәре сығыш яһаны. Сараға йомғаҡ яһау ваҡытында ҡатнашыусыларға тантаналы рәүештә тарих һаҡлаусылар Амбассадоры статусын раҫлаусы сертификаттар тапшырылды.

 — 10 октябрҙә мин «Тарихты һаҡлаусылар амбассадоры» төбәк сараһында ҡатнаштым, — тип һөйләне Константин Кудряшов. — Беҙҙең өсөн дүрт майҙансыҡ эшләне — «Киләсәк археологияһы» виртуаль музейы; «Тарих. Ҡиммәттәрр. Мәғәнә» Маҡтаулы ҡарауылы; «Кадрҙағы тарих»; «Шефлыҡ иреклелек сиге булараҡ»; hәм остаздар өсөн тағын бер майҙансыҡ «Беренселәр хәрәкәтендә остазлыҡ». Сарала күп яңылыҡтар белдем, яңы дуҫтар таптым hәм иң мөhиме — тарих һаҡлаусыларының Амбассадоры булдым.

Екатерина СЕМЕНОВА, Анфиса ВАСИЛЬЕВА , Бишбүләк районы урындағы бүлексәһенең эшен ойоштороу буйынса белгестәр.

Маҡсатыбыҙ — илебеҙҙең буласаҡ геройҙарын тәрбиәләү
Маҡсатыбыҙ — илебеҙҙең буласаҡ геройҙарын тәрбиәләү
Автор:
Читайте нас