Баймак районында йәшәүсе 49 йәшлек вахтасы мошенниктар ҡармағына эләгеп, бар аҡсаһын юғалтҡан.
Билдәле булыуынса, әлеге ир үҙенең телефонына имеш тә “техподдержка”нан банк ҡушымтаһын яңыртырға кәрәк тигән хәбәр алған. Бер ҙә уйламайынса килгән смс-тағы һылтанма аша үткән һәм беркетелгән инструкция буйынса банк ҡушымтаһын яңыртыр урынға үҙенең телефонына вируслы ҡушымта урынлаштырған. Әлеге ҡушымта ярҙамында енәйәтселәр вахтасының телефоны менән дистанцион рәүештә идара итә алған.
Икенсе көндә алданған ир үҙенең бар булған аҡсалары, шулай уҡ кредит иҫәптәренең дә буш булыуын асыҡлаған. Ул полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән.
https://vk.com/gazetabaltachtannary