Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь , 16:07

Киләһе уҡыу йылына БДИ тапшырыу балдары күпме буласаҡ?

РФ Мәғариф министрлығы 2025/26 уҡыу йылына Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) буйынса минималь балдарҙы билдәләгән бойороҡ проектын сығарҙы.

Киләһе уҡыу йылына БДИ тапшырыу балдары күпме буласаҡ?
Киләһе уҡыу йылына БДИ тапшырыу балдары күпме буласаҡ?

Проектҡа ярашлы, БДИ-ла рус теленән кәм тигәндә 42 балл, математиканан – 39, физиканан – 39, йәмғиәт белеменән – 42, тарихтан – 35, информатиканан – 44, сит телдән – 30, әҙәбиәттән – 40, биологиянан – 39, географиянан – 40 һәм химиянан 39 балл йыйыу тәҡдим ителә.

2024/25 уҡыу йылы менән сағыштырғанда, министрлыҡ 2025/26 уҡыу йылында рус  теленән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу кимәлен ике балға арттырырға тәҡдим иткән: әлегә ул 40 балл. Ә йәмғиәт белеме буйынса минималь балды әлеге 45-тән 42-гә төшөрөргә тәҡдим ителгән.

amanat.su

 

Киләһе уҡыу йылына БДИ тапшырыу балдары күпме буласаҡ?
Киләһе уҡыу йылына БДИ тапшырыу балдары күпме буласаҡ?
Автор:
Читайте нас: