Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
24 Октябрь 2024, 03:16

Туған тел – ҙур байлыҡ

Бишбүләк ауылы үҙәк китапханаһында «Сыуашса уҡыу модала» медиа-салоны асылды

Туған тел – ҙур байлыҡТуған тел – ҙур байлыҡ
Туған тел – ҙур байлыҡ

«Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәммәһенең үҙ телендә һөйләшер, уны үҫтерер мөмкинлектәрен киңәйтеү — беҙҙең бурыс. Татыулыҡ һәм берҙәмлек — төп байлығыбыҙ. Уны һаҡлайыҡ » – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырыла торған «Сыуашса уҡыу модала» медиа-салоны» проектын презентациялау булды. Проекттың авторы hәм етәксеһе Елена Ғәниева балаларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте, артабан ул проекттың йөкмәткеһе һәм уны тормошҡа  ашырыу йәһәтенән уҙасаҡ саралар тураһында әйтеп үтте. Проект партнерҙары исеменән Бишбүләк районы сыуаштары Канашы башҡарма комитеты ағзаһы Ольга Яковлева сығыш яһаны hәм ойоштороусыларға туған телгә һөйөү тәрбиәләгәндәре, сыуаш әҙәбиәтен  популярлаштырыу аша телде һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Yҙәк китапхана хеҙмәткәре Людмила Чернова сарала ҡатнашыусыларға туған телдең әһәмиәте тураһында һөйләне, сөнки ул бала саҡ теле генә түгел, ғаиләлә һөйләшә торған тел дә, йәмғиәттә тәүге үҙ-ара мөнәсәбәттәр теле лә.

- Китапханала шулай уҡ балалар өсөн «Балалар менән бергә мультимедиа контенты булдырабыҙ» тигән оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Хәҙер малай-ҡыҙҙар сыуаш телендә постар төҙөйәсәк, камераға сыуаш телендә шиғырҙар һәм сәнғәт әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыясаҡ, дуҫтарын камераға йәки телефонға төшөрәсәк. Оҫталыҡ дәресен шағирә, «Шуратал» («Ағиҙел») сыуаш әҙәби берләшмәһе ағзаһы Марина Яковлева үткәрҙе. Ул контент төрҙәре тураһында һөйләне, сыуаш текстарын биҙәү буйынса кәңәштәр бирҙе; аудиторияны нисек йыйырға һәм уны нисек һаҡлап ҡалыу тураһында серҙәре менән уртаҡлашты.  «Заманса технологиялар ярҙамында сәнғәт әҫәрҙәрен уҡыуға мотивация» оҫталыҡ дәресе программаһына буктрейлерҙар төҙөү һәм QR-кодтар hәм махсус ҡушымталар ҡулланыу индерелгәйне. Буктрейлерҙар – китап буйынса ҙур булмаған видеоролик, был уҡыусыны тәҡдим ителгән әҫәрҙе уҡырға этәргес бирә. Ә QR-код hәм махсус ҡушымта ярҙамында балалар китапты смартфонға йәки планшетҡа күсереп алырға, уның менән үҙҙәре өсөн ябай форматта танышырға мөмкин. Балалар оҫталыҡ дәресендә өйрәнгәндәрҙең барыһын да беҙ сыуаш телендә мультимедиа баҫмалары төҙөгәндә ҡулланасаҡбыҙ
Елена ҒӘНИЕВА,
проект етәксеһе, Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапхана
системаһы директоры.
Автор фотоһы.

 

Туған тел – ҙур байлыҡ
Туған тел – ҙур байлыҡ
Автор:
Читайте нас