Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
25 Октябрь 2024, 11:39

Һөнәре – кешеләрҙе дауалау

Егоровка фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Лилиә Владимирова был hөнәрҙе һайлауына үкенмәй

Һөнәре – кешеләрҙе дауалауҺөнәре – кешеләрҙе дауалау
Һөнәре – кешеләрҙе дауалау

Ғүмерлек һәм дөрөҫ һөнәр һайлау - кеше тормошонда иң әһәмиәтле ҡарарҙарҙың береһе.

— Мин Сиҙәкбаш ауылында күп балалы ғаиләлә үҫтем, беҙ дүрт ҡыҙ hәм бер малай инек, — тип иҫкә ала Лилиә Леонидовна медицина хеҙмәткәре булараҡ уҡыған hәм аяҡҡа баҫҡан йылдарын. — Мин hәр ваҡыт Настя апайымдың һүҙҙәренә ҡолаҡ һала инем, ул Бәләбәй медицина колледжын тамамлап килә ине инде һәм миңә лә медицина хеҙмәткәре булырға кәңәш итте, шуның өсөн уға бик рәхмәтлемен. Беҙҙең әңгәмәсебеҙҙең яратҡан апаһы Анастасия Кузьмина күп йылдар инде Бишбүләк районы үҙәк дауаханаһында эндокринолог кабинетында шәфҡәт туташы булып эшләй.

Лилиә Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 2017 йылда Бәләбәй медицина колледжына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.
— Бишбүләк районы үҙәк дауаханаһында медицина практикаһы уҙғанда, Егоровка ФАП-ына фельдшер кәрәк икәнлеген белдем, — тип дауам итә Лилиә Владимирова. — Шуға күрә унда эшкә барыу тәҡдимен ихлас ҡабул иттем. Әлеге көндә шунда фельдшер-акушер булып эшләйем, шулай уҡ  Мусин, Пурлыга ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәм. Артабан уҡырға уйланым һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының Стәрлетамаҡ филиалына ситтән тороп уҡырға индем. 2025 йылдың ғинуарында физик тернәкләндереү табибы дипломын аласаҡмын.
Был йылдар дауамында Лилиә Леонидовна уҡыуын, эшен hәм, әлбиттә, йорт эштәрен бергә уңышлы алып бара. Тормош иптәше  Евгений Владимиров менән бер бала үҫтерәләр, улдары Богдан Баҙлыҡ ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына йөрөй.
— Беҙ ҡәйнәм менән бергә йәшәйбеҙ, шуға күрә мин көн оҙоно эштә була алам, — ти Лилиә. — 2021 йылда  «Ауыл фельдшеры» федераль программаһында ҡатнаштым. Алынған
аҡса беҙ йәшәгән әлеге йортто төҙөүгә китте. Yҙ эшемде бик яратам. Шәхси автомобилдә Егоровка, Мусин hәм Пурлыга ауылдарына йөрөйөм. Был тораҡ пункттарҙа күбеһенсә медицина ярҙамына мохтаж өлкән йәштәгеләр йәшәй. Пациенттарҙы Бишбүләк районы үҙәк дауаханаһына диспансеризация үтергә алып барам.
Параллель рeүештә Баҙлыҡ ФАПында ауыл халҡын да   хеҙмәтләндерәм.
Һанап үтелгән барлыҡ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр йәш һәм тырыш медицина хеҙмәткәрен хөрмәт итә. Ул ауыл биләмәһенда уҙғарылған  төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмай, волейбол уйнай, бала саҡтан йырларға hәм сыуаш спектаклдәрендә уйнарға ярата. Лилиә яҡшы баҡсаһы ла, уға айырыуса пиондар үҫтереү оҡшай.
Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел медицина звеноһын үҫтереү өсөн 2025 йылға тиклем 18 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.

“Республика халҡының өстән бер өлөшө ауыл ерендә йәшәй. Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушер пункттарының ниндәй генә биналарҙа урынлашмауын күрҙем. Улар бөтәһе 1 960. Оҙаҡ йылдар ауыл медицинаһына тейешле иғтибар бүлемәнгән. Шуға ла ФАП-тарҙы яңыртыу бурысын ҡуйҙыҡ. Сөнки ауыл халҡы уларҙың торошона ҡарап дөйөм медицинаға баһа бирә. Беренсел медицина звеноһын комплекслы яңыртыу программаһы өсөн ил президенты Владимир Владимирович Путинға рәхмәтлебеҙ. Был аҡсалар менән нығытылған мөһим документ”, -тип белдерҙе Радий Хәбиров.

 

Марат Фәнил улы Абдуллин, Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы:

- Бөгөн Бишбүләк район үҙәк дауаханаһында 41 табип эшләй, шуларҙың 21-е - «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашыусы табиптар. «Ауыл фельдшеры» программаһында райондың фельдшер-акушерлыҡ пункттарынан өс фельдшер ҡатнашты. 2023 йылда «Ауыл табибы» программаһында ике участок-педиатры, врач-рентгенолог, врач-стоматолог-терапевт, 2024 йылда «Ауыл табибы» программаһында ике кеше – врач-акушер-гинеколог һәм балалар табибы-стоматологы ҡатнашты.

 

 

Һөнәре – кешеләрҙе дауалау
Һөнәре – кешеләрҙе дауалау
Автор:
Читайте нас