Экспозиция 25 октябргә ҡәҙәр эшләне. Конкурста ҡатнашыу 60-лаған ғариза бирелгән һәм был сараға Тула, Сорғот, Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән оҫталар килгән. Шулай уҡ Башҡортостандың 19 районынан ҡул эштәренә маһир гүзәл заттар үҙ һөнәрҙәрен күрһәткән.
Әлеге проект туҡыма киҫәктәренән традицион ҡорама тегеүгә, уның этник үҙенсәлегенә һәм заманса йүнәлештәр менән берлектәге күп төрлөлөгөнә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Барлыҡ эштәрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ҡорама-туй» авторы проекты Каримә Ҡайдалова етәкселегендәге халыҡ кәсебе һәм декоратив сәнғәт оҫталары һөнәрселәре баһалаған.
Ф. Байкова фотоһы.