Һәр миҙгелдең үҙенә күрә сихри матурлығы бар. Көҙҙө генә миҫалға алһаҡ: емеш-еләктең өлгөргән сағы, тәбиғәттең моңһоу һәм серле итеп йәй менән хушлашыуы үҙе бер әкиәт донъяһындай. Тап ошо мәлдә мәктәп уҡыусылары йыл һайын «Көҙгө бал» байрамы ойоштора.
Быйыл да балалар янына сағыу итеп кейенгән Көҙһылыу килде. Ҡыҙ һәм малайҙар бергәләп йомаҡтарға яуап эҙләне, тапҡырлыҡта үҙҙәрен һынап мәҡәлдәр әйтте, көҙ темаһына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Балалар ҙа ҡунаҡтарға күстәнәс әҙерләгәйне, "Йәшелсәләр бәхәсе"н сәхнәләштерҙе, йырҙар йырланы, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Ҡыҫҡаһы. бер кемгә лә бойоғоп ултырырға тура килмәне.
https://vk.com/bssh2