Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
31 Октябрь 2024, 11:47

Аҡ халаты уға бик килешә

Йәш фельдшер Илзинә Чернова Александровка, Ермолкин hәм Петровка ауылдарында йәшәүселәрҙең һаулығын хәстәрләй

Аҡ халаты уға бик килешәАҡ халаты уға бик килешә
Аҡ халаты уға бик килешә

Илзинә Чернованың Бәләбәй медицина колледжын тамамлағас, Ермолкин фельдшер-акушерлыҡ пунктына мөдир итеп билдәләнеп,  эшкә ҡайтыуына биш йыл булып киткән.

 — Мин үҙем тыумышым менән Йылбулаҡтамаҡ ауылынан, яратҡан  ата-әсәйем яныда өс ағайым менән үҫтем, — тип һөйләй йәш фельдшер. — Шулай килеп сыҡты, беҙҙең нәҫелебеҙҙә медицина хеҙмәткәрҙәре булманы. Ә әсәйем ғаиләбеҙҙең үҙ медигы булыуын бик теләне. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас, тап бына уның өгөтләүе менән мин, һис икеләнмәйенсә, Бәләбәй медицина колледжына уҡырға индем. 2019 йылдың июнендә, уҡыуымды тамамлап, дауалау эше белгеслеге буйынса фельдшер дипломы алдым. Һәм ике айҙан һуң Ермолкин ФАПына эшкә сыҡтым. Мине шунда уҡ медицина пункты мөдире итеп билдәләнеләр.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ юғалып ҡалмай hәм шунда уҡ эш айышына төшөнә башлай. Уға был ваҡытта медпунктта акушер булып эшләгән тәжрибәле Римма Тәлғәт ҡыҙы Хисамиева ярҙамға килә. Ә инде 2019 йылдың ноябрендә Илзинә Төхвәтуллина «Ауыл  фельдшеры» федераль программаһында ҡатнаша,  тап бына шул рәүешле биш йылға Ермолкин ауылында төпләнеп ҡала.

— Эшкә юлда осраған транспорт менән йөрөргә тура килһә лә, миңә Ермолкин ауылы оҡшаны, — тип дауам итә Илзинә Әхтәм ҡыҙы. — Бындағы халыҡ мине яҡшы ҡабул итте. Һәм беҙ уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Хәҙер мин хатта сыуаш телен дә аңлайым. Өс сыуаш ауылы: Александровка, Ермолкин hәм Петровка тораҡ пункттарында йәшәүсе пациенттарым янына йәйәүләп күп тапҡырҙар барып ҡайттым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Бишбүләк үҙәк дауаханаһы етәкселегенең миңә сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеүем һәм был ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дөйөм сәләмәтлеге ҡәнәғәтләнерлек булһын өсөн күрһәткән ышаныстарын аҡларға тырыштым. Юлда йөрөү проблемаһын да хәл иттем. Икенсе йылда автомәктәптә уҡып, машина йөрөтөү таныҡлығы алдым. Эшкә hәм үҙҙәре йөрөй алмаған пациенттарым янына үҙ машинамда йөрөйөм. Шулай итеп, мин әкренләп көндәлек эштең күнегелгән режимына кереп киттем. Мохтаж булған барлыҡ ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтәм, йөклө ҡатындарҙы иҫәпкә ҡуям, балалар hәм өлкәндәргә патронажлыҡ алып барам.

Илзинәнең шәхси тормошонда ла үҙгәрештәр була. Һөйкөмлө ҡыҙ, биш йыл дуҫлашып йөрөгәс, 2023 йылда Бишбүләк ауыл Советының Алексеевка ауылынан Михаил Черновҡа кейәүгә сыға. Илзинә әйтеүенсә, улар ҡыҙ Бәләбәй ҡалаһындағы медицина колледжында уҡыған йылдарҙа уҡ танышҡан була. Йәштәр Мишаның ата-әсәһе янында йәшәй башлай. Артабан Бишбүләк ауылында үҙ йорттарын төҙөргә теләйҙәр. Бында инде героинябыҙҙең йәш ире менән етди хәлдә башлана: Михаил Андреевич — Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәре. Ул пулеметсы вазифаһында Бишбүләк егеттәре менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Туғандары һәм һөйгәне Илзинә янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға өс тапҡыр ҡайтып киткән. Барыһы ла уның тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтә.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

 

Аҡ халаты уға бик килешә
Аҡ халаты уға бик килешә
Автор:
Читайте нас