Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Ноябрь 2024, 05:32

Ноябрь айына һынамыштар

Ҡар ҡасан яуыр? Ҡыш нисек килер?

Ноябрь айына һынамыштарНоябрь айына һынамыштар
Ноябрь айына һынамыштар

Бороғолар ноябрҙәге һауа торошон күҙәтеп, киләһе йыл уңышына өмөт бағлаған. Сөнки ноябрь ниндәй, яҙ шундай килә.

1 ноябрҙә һыуыҡ икән, бер аҙнанан буран булыр. Тәүге көн һыуығы киләһе йылдың мул уңышына ишара. Көн йылы булһа, ҡыш йылы килер.

2 ноябрҙә ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән икән, ул тиҙҙән иреп бөтә.

3 ноябрҙә йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана.

5 ноябрҙә ҡар йәки ямғыр төшһә, тимәк, өс аҙнанан ҡар ята.

6 ноябрҙә  айҙы күҙәтәләр. Ул нурҙар сәсеп ялтыраһа - йылыта, һыҙыҡланып, ҡалтырап күренһә - һыуыта.

8 ноябрҙә иртәнән бәҫ булһа - ҡарлы ҡышҡа ишара.

9 ноябрь ниндәй, май айы шундай.

10 ноябрҙәге бәҫ - һыуыҡҡа, томан - епшек көнгә.

12 ноябрҙә ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ.

13 ноябрҙә көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр.

14 ноябрҙә ҡар төшһә, яҙын һыу күп булыр. Боҙ ҡатһа, яҙға тиклем һыуыҡтар һаҡланыр. Был көндө бысраҡ аяҡҡа эйәрә икән, тимәк, декабргә тиклем һыуыҡтар булмаҫ.

17 ноябрҙә еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ.

18 ноябрҙә ҡар яуһа, һыуыҡ ҡыш, көҙгө культураларҙың мул уңышына ишара.

21 ноябрҙә епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр.

22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа, бойҙай мул булыр.

24 ноябрҙә һыуыҡ, аяҙ булһа, ике-өс көндә һауа торошо боҙолор.

27 ноябрҙә көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ.

28 ноябрь көндө ятҡан ҡар яҙға ҡәҙәр иремәй.

30 ноябрь ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндөрмәҫ, көн һыуыҡ булһа, һыуыҡ өлөшһөҙ ҡалдырмаҫ.

Ноябрь айына һынамыштар
Ноябрь айына һынамыштар
Автор:
Читайте нас