Тиҙҙән үҙенең илле биш йәшен билдәләп үтeргә йыйынған эшсән hәм аҙ һүҙле Хәниф Әхмәҙуллиндың ауыл хужалығы менән етди шөғөлләнергә ҡарар итеүе тап бына техника менән ҡыҙыҡһыныуы сәбәп булған да инде.
— Һәр кем нимә менән дә булһа мауыға. Ә бына минең хобби — техникала «ҡаҙыныу» һәм үҙемдекен йыйыу, уйлап табыу hәм ҡулдан яһау, — ти Хәниф Хәкимулла улы йылмайып. — Бына әле үҙем яһаған ашлыҡ киптергесте яңыртам. Уны уҙған йыл яһағайным. Ошо көндәрҙә орлоҡтан көнбайығыш майы һығып аласаҡмын. Ике йыл элек яҡшы агрегат hәм ошондай уҡ үҙемдең уйлап табыуымдың 60 процентына — МКС-50 көнбағыш майын һығыу өсөн ҡеүәтле пресс яһаным. Майҙың сифаты заводтыҡынан кәм түгел. Малдар өсөн бына тигән аҙыҡ килеп сыға. Продукцияны халыҡ бик тиҙ арала алып бөтөрә.
Әхмәҙуллиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы тулайым алғанда, үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Хужалыҡҡа 700 гектар һөрөнтө ерҙәре беркетелгән, уларҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, техник май культуралары үҫтерелә. Климат шарттары буйынса ҡатмарлы булған был йылда бойҙай, арпа, һоло hәм борсаҡтың уртаса уңышы гектарына 25 центнер тәшкил иткән. Көнбағыш та насар булмаған. Ул hәр гектарҙан 15-әр центнер уңыш биргән. Ерҙә эшләү өсөн фермерҙың тәгәрмәсле hәм сылбырлы тракторҙары, өс һур йөк машинаһы, кәрәкле тағылма ҡоролмалары һәм механизмдары, «Агромаш» иген йыйыу комбайны h.б. бар.
— Быйылғы йыл ауыр булды, әммә мин эштәремде башҡарып сыҡтым, — ти фермер, үтәлгән бурыстарын барлап. — Йәй айҙары бигүк яҡшы булмаһа ла, көҙ матур килде һәм бар эштәрҙе башҡырырға мөмкинлек бирҙе. Беҙҙең хужалыҡта йыл һайын сезонлы эштәр ваҡытында дүрт-биш кеше эшләй. Ләкин ғорурланып әйтә алам: уң ҡулым — улым Әлфир. Бына тигән механизатор Зиннур Йыһаншин да ярҙам итә. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт ышаныслы һәм ныҡлы терәк — яратҡан ҡатыным Хәтирә Яхъя ҡыҙы hәм ике ҡыҙыбыҙ. Шуға күрә мин һәр ваҡыт яҡшы кәйеф менән эшкә тотонам.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы