Ауыл ерендә тыуып-үҫкән йәштәрҙең өлкән быуынға алмашҡа килеүҙәре һәм райондың ауыл хужалығын лайыҡлы рәүештә үҫтереүҙәрен дауам итеүе ҡыуаныслы. Һәм бындай миҫалдар бөгөн бик күп.
— Беҙҙең ғаиләлә өс малай үҫтек, мин иң кесеһе булам, — тип һөйләй таҙа кәүҙәле hәм теләһә ниндәй проблемаларҙы hәм тормош ауырлыҡтарын хәл итеүгә оптимистик ҡарашлы 34 йәшлек Рәзиф Риф улы. — Ағайҙарым ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Улар икеһе лә бизнесмен. Миңә лә башҡалала ҡалырға тәҡдим иттеләр. Ә мин үҙемде ата-бабаларым эшенә бағышларға булдым. Улар икеһе лә алдынғы колхозсылар ине. Олатайым «Победа» колхозында механизатор, атайым Риф Биктимер улы ветеринария врачы, колхоз рәйесе булып эшләне. Ул районда алдынғы хужалыҡты етәкләне. Беҙҙең нәҫелебеҙҙә умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр булды һәм әле лә бал ҡорттары тотоусылар бар. Минең дә ҙур булмаған умарталығым бар. Ике йыл элек мин ауыл хужалығы менән етди шөғөлләнергә ҡарар итеп, фермер булдым. Малсылыҡ менән шөғөлләнәсәкмен, ит йүнәлешендәге һыйыр малы үрсетәсәкмен. Минең әлегe етештереү ҡеүәте ҙур түгел. Был — 50 гектар бесәнлек, ә 15 гектар майҙанда иген культуралары сәсәм.
2024 йылда Рәзиф Ҡәйүмов, йәш фермер булараҡ, рәсми рәүештә «Агростартап» грантын отҡан. Дәүләттән алынған аҡсаны яңы «Беларус» МТЗ-82.1 тәгәрмәсле тракторы, пресс-йыйғыс hәм төйәгес, шулай уҡ үлән ҡабартҡыс һатып алыуға тотҡан. Шулай уҡ 25 баш тана ла һатып алынған. Улар өсөн ҡышҡа 500 төргәк бесән hәм 300 төргәк һалам әҙерләнгән инде.
— Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙе төптән уйланылған эш тип һанайым, — тип дауам итә Рәзиф Ҡәйүмов. — Быға мин бала саҡтан уҡ атайыма хужалыҡта ярҙам итеп, ерҙә эшләп, йорт хайуандарын ҡарап өйрәндем, тип әйтергә була. Мәктәпне тамамлағас, 2008 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡып сыҡтым, ә унан һуң ситтән тороп, Һамар ауыл хужалығы академияһында юғары белем алдым. Тыуған еремдә эшләү идеяһын, беренсенән, минең иң яҡын кешеләрем — ата-әсәйем Риф Биктимер улы менән Роза Инсаф ҡыҙы, шулай уҡ минең кеүек yк юғары белемле тормош иптәшем Алия ла хупланы. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамланы. Беҙ уның менән 2014 йылда өйләнештек, hәм бына был юбилей йылында беҙҙең инде иҫ киткес ике ҡыҙыбыҙ үҫеп килә: Камилла өсөнсө класта уҡыһа, Самира әлегә ауылдағы «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаиләмдең ярҙамы мине илhамландыра hәм ҡанатландыра, шуға күрә ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, эшләргә әҙермен. Буш ваҡытымда шахмат уйнау hәм һунарсылыҡ менән мауығам. Умартасылыҡты ла үҙемдең хобби, тип һанайым. Шулай итеп, береһе икенсеһенә ҡамасауламай. Шулай йәшәйбеҙ hәм эшләйбеҙ.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.