Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
5 Ноябрь 2024, 07:30

Махсус хәрби операция биләмәһенә яңы мотоцикл ебәргән

Баймаҡ уҙаманы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальонының элемтә взводы яугирҙәренә яңы «питбайк» ебәргән.

Махсус хәрби операция биләмәһенә яңы мотоцикл ебәргәнМахсус хәрби операция биләмәһенә яңы мотоцикл ебәргән
Махсус хәрби операция биләмәһенә яңы мотоцикл ебәргән

Хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ үҙенең исемен әйтмәүҙәрен үтенгән.

—  Пенсионерға 66 йәш. Ул ысын күңелдән яугирҙәргә ярҙам итергә, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләй, — тине Илдар. — Бындай мотоциклдар хәрби бурыстарҙы башҡарыу өсөн бик кәрәк. Юлһыҙ урындарҙан мотоцикл елдереп кенә үтеп китә.

Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Баймаҡ районы төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән 26 гуманитар йөк оҙатты«Башинформ» шулай уҡ Ейәнсура районынан ағалы-энеле өс бер туғандың махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Махсус хәрби операция биләмәһенә яңы мотоцикл ебәргән
Махсус хәрби операция биләмәһенә яңы мотоцикл ебәргән
Автор:
Читайте нас