Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Ноябрь 2024, 11:48

Һәр ауылдың үҙ фермеры булырға тейеш

Ҡунаҡҡол ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ринат Вахитов ярты быуат буйына тыуған төйәгендә хеҙмәт итә

Һәр ауылдың үҙ фермеры булырға тейешҺәр ауылдың үҙ фермеры булырға тейеш
Һәр ауылдың үҙ фермеры булырға тейеш

Теләһә ниндәй кеше яҙмышы үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм ҡабатланмаҫ. Ғаилә йылында был тема айырыуса актуаль. Миҫал өсөн, ҡыҙыҡһынайыҡ : Төрөкмәнсстанда тыуып үҫкән, уҡып сыҡҡас егерме йәшлек  егет бер көндә әсәһенең тыуған ауылына, Бишбүләк районына бөтөнләйгә ҡайтасағын күҙ алдына килтерҙеме икән? Һәм бында төпләнеп, яңы йорт һаласаҡмын, игенселек hәм малсылыҡ менгән шөғөлләнеү өсөн крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырасаҡмын тип уйланы микән? Ләкин Ҡунаҡҡол ауылынан Ринат Самат улы Вахитов менән тап бына шулай килеп сыҡҡан да.

— Ҡәҙерле әсәйебеҙ Зөбәржәт Закир ҡыҙына быйыл 85 йәш тулды. Ул да беҙҙең маҡтаулы юбилярыбыҙ! — ти Ринат Вахитов. — Yҙ ғүмерендә төрлө эштәрҙә тырышып эшләне, ике ул hәм ике ҡыҙ тапты. 1998 йылда туғандарына hәм яҡындарына үҙенең төйәгенә ҡайтырға теләүен белдерҙе. Унда ҡалырға бер ниндәй өгөтләүҙәр ҙә ярҙам итмәне. Һәм мин апайым Эльмира менән уға нисек тә булһа ярҙам итeргә мәжбүр булдыҡ. Ярты быуат элек илдә ниндәй буталсыҡ булғанын барыһы ла, мoғайын, хәтерләйҙер. Ауылдарҙа колхоз-совхоздар тарҡалған. Һәм нимәнелер яңынан башларға кәрәк ине. Туған еремә әүерелгән урында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеп ҡарарға булдым.

Бөгөн Ринат Самат улы хужалығында ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 2600 гектар тәшкил итә. Быйылғы сәсеүлек майҙаны 1920 гектарға яҡын, унда көҙгө бойҙай-140, ә көҙгө арыш 200 гектарҙы биләй. Һабан культураларынан һоло — 350 гектар, техник көнбағыш культуралары — 450 гектар майҙанда үҫтерелә. Игенселек менән шөғөллөнеү өсөн ике яңы МТЗ-82 тракторы hәм ике ҡеүәтле К-701 тракторы, ике КамАЗ автомобиле hәм ГАЗ-53 үҙбушатҡыс автомобиле, өс иген йыйыу комбайны hәм башҡа тағылма ҡоролмалар бар. Хужалыҡ урып-йыйыу эштәрен яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған.

— Бынан биш йыл элек КФХ сиктәре Ерекле ауылындағы хужаһыҙ ҡалған ерҙәрҙе, ферма hәм мастерской реестрына индереү иҫәбенә һиҙелерлек киңәйҙе, — тип дауам итә Ринат Самат улы.— Билдәһеҙлек бер аҙ ҡурҡыта ине, шулай ҙа ошондай крәҫтиән «ҡамытын» тартып ҡарарға булдым. Бик ауыр булды, арығанлыҡ аяҡтан йыҡты. Ләкин әкренләп өйрәндем. Кадрҙар hәм хеҙмәт бүленеше мәсьәләләре хәл ителә башланы. Үҫемлекселек hәм малсылыҡ буйынса хужалыҡ мәсьәләләрен бер үк ваҡытта алып барырға кәрәк ине, өҫтәүенә, баҙарҙа ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар кәмей, ә бына техникаға, яғыулыҡ-майлау материалдарына, запас частәргхаҡтар арта. Бөгөн беҙҙең хужалыҡ иген йыйыу техникаһын, сәскестәрҙе hәм барлыҡ таҡылма ҡоролмаларҙы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу менән мәшғүл. Көн тәртибендә малдарҙы ҡышлатыу мәсьәләһе тора. КФХ мал аҫрауҙың торошо шундай: Ҡунаҡҡол фермаһында ике йөҙҙән ашыу үгеҙ hәм ҡырыҡтан ашыу ат аҫрала. Ә Ерекле МТФында йөҙҙән артыҡ һыйыр малы һәм быҙау бар. Ҡышлатыу өсөн беҙ 800 тоннанан артыҡ фураж ашлығын әҙерләнек, бесән һәм һалам ете мең төргәктән артып китте. Был осорҙа яңы техника, тағылма gиhаздар һатып алдыҡ. Шулай итеп, сәсеү комплексы, орлоҡ ағыулаусы, 6х4 дискаторы, бик яҡшы һабан, көнбағыш сәскес, яңы МТЗ-82.1 тракторы hәм кун һатып алынды.

Фермер Р.С. Вахитов ышаныслы ярҙамсыларын, механизаторҙар hәм малсыларҙың ҙур булмаған хеҙмәт коллективын ихтирам менән һанап сыға. Улар — Вячеслав, Леонид hәм Сергей Ильмурзиндар, Александр Кузнецов, Сергей Носов, Ғүмәр Азизов, Әнүәр Азизов hәм башҡалар.

— Мин башланған эште аҙағына еткермәйенсә туҡтамайым, — ти Ринат Самат улы.  — Хужалыҡты табышлы итәһе, үҙ хеҙмәткәрҙәремде лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итәһем килә, әммә иң мөhиме үҙ ғаиләмдең именлеген ҡайғыртыу. Беҙ ҡатыным Гөлсинә Камил ҡыҙы менән 2008 йылда ғаилә ҡорҙоҡ һәм ҙур һәм иркен һалдыҡ. Беҙҙең дүрт балабыҙ үҫә: Аиша, Алһыу, Риана, Самат. Улар өсөн тырышып эшләргә әҙермен, нисек кенә ауыр булмаһын. Уларҙың  өмөтөн аҡлайһым килә.

Район ауыл хужалығында ярты быуат эшләү дәүерендә Ринат Вахитовты бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләгәндәр. Ул БР hәм РФ Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән наградланған. Хужалыҡҡа «Йәш фермер» федераль программаһы буйынса етештереү ҡеүәттәрен үҫтереүгә грант бүлеп биргәндәр.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

Һәр ауылдың үҙ фермеры булырға тейеш
Һәр ауылдың үҙ фермеры булырға тейеш
Автор:
Читайте нас